“Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы етештергән косметика сит илдәр баҙарын яулай. Бығаса Америкаға, Францияға оҙатылған продукцияны быйыл Кувейтҡа ла һата башланылар.
Ниндәйерәк тауарҙар һуң ул? Нимәнән эшләнә? Косметика һәм парфюмерияны бөтөн донъяға таратҡан француздар ни өсөн беҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирә?
Был предприятиеның үҫеше менән ҡыҙыҡһыныусылар хәбәрҙар: коллектив бал, балауыҙ, прополис, инә ҡорт һөтө нигеҙендә төрлө крем, шампунь, гель, ванна өсөн күбек, шыйыҡ һабын һәм төрлө бәлзәм етештереү менән уңышлы шөғөлләнә. Тауар исемлеген һәм төрөн арттырыуҙы ла туҡтатҡандары юҡ. “Тылсымлы ҡорт”, “Прополис”, “Алтын ҡорт”, “Ҡорт һағы” косметика серияһы — быға асыҡ дәлил.
Майлы йә сирле тирегә, ҡырынғандан һуң биткә һөртөргә, үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән, шулай уҡ ҡул, аяҡ, массаж эшләү өсөн – кремдарҙың ниндәйе генә юҡ! Улар тонусты күтәрә, тирене йомшарта, күҙәнәктәрҙе яңыртыуға ыңғай йоғонто яһай, зарарланған тирене тергеҙә, уны тигеҙ һәм йомшаҡ итә. Инә ҡорт һөтө йәшәртеү һәләтенә эйә булһа, прополис экстракты антисептик көскә эйә, боҙолоуға һәм яра аҙыуға уңышлы ҡаршы тора, күҙәнәктәрҙең тергеҙелеүен тәьмин итә.
Шампундәр сәстәрҙе матур итеп тәрбиәләй, ҡойолоуҙан һаҡлай, насар һауа шарттарынан һаҡлай, ҡауаҡ барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә. Уларҙың составындағы ҡорт балы, инә ҡорт һөтө, прополис баш тиреһенә һәм сәстәр үҫешенә бары тик ыңғай йоғонто яһай.
“Баллы”, “Көс биреүсе”, “Сафландырыусы”, “Тынысландырыусы”, “Һауыҡтырыусы” тип аталған душ гелдәре иһә, үрҙә һаналған төп компоненттарҙан тыш, тәбиғи файҙалы үләндәр ҡушылып эшләнә.
Ванна өсөн махсус күбектең бында “Бал менән лимон”, “Персик менән банан”, “Ҡауын”, “Экзотика” исемлеләре етештерелә. Атамаларынан уҡ күренеүенсә, һәр ҡайһыһы тәнде йомшартыуға, ял иттереүгә, тын юлдары аша тынысландырыу тәьҫиренә эйә. Ә “Лимон” һәм “Алма” шыйыҡ һабындары тирене таҙартып ҡына ҡалмай, уны туҡландырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле.
Дәүләт учреждениеһының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, сит илдәр тап ана шул тәбиғи, экологик яҡтан таҙа продукттарҙы үҙ итә, сифатҡа өҫтөнлөк бирә.
2008 йылда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Берлинда үткән “Йәшел аҙна-2008” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Бәләкәй алтын глобус” махсус призы менән бүләкләнгәйне. Коллектив бөгөн дә үҙенең традицияларына тоғро ҡала – киләсәктә үҙләштерәсәк тауарҙарының нигеҙен тап тәбиғи компоненттар тәшкил итәсәк. Бит өсөн крем-маскалар, макияжды йыуыуға тәғәйенләнгән шыйыҡса, сәстәрҙе тергеҙеүсе бәлзәмдәр, псориазды иҫкәртеүсе кремдар – барыһы ла камиллашыу юлынан барған белгестәрҙең яңы хеҙмәт емеше.