Муллыҡ баҙарҙа күренә16.08.2013
Баҙар юлына йылдың бер миҙгелендә лә саң ҡунмай. Йәй бигерәк тә йәнлелек арта унда, һәр береһенең майҙаны гөж килеп тора. Күпселек, баҙар хаҡы өйҙәге иҫәпте боҙоуын яҡшы белһә лә, шунда юлланыуҙы хуп күрә. Көндәр әлегеләй йылы торғанда сауҙа айырыуса ҡыҙыу бара, ситтән килтереп һатыусылар ҙа, йәшелсә-емеште үҙ баҡсаһында үҫтереүселәр ҙә мәлде оҫта файҙаланып ҡалырға тырыша.

Үҙәк баҙарҙағы тауарҙар хаҡына беҙ ҙә күҙ һалдыҡ. Һүҙ ҙә юҡ: август айы үҙен тулыһынса аҡлай, еләк-емеш, йәшелсә мул. Шулай ҙа хаҡтарҙың бер ни тиклем төшәсәгенә өмөт аҙ. Эргә-тирәһендәге майҙандарҙа һатыу итеүселәр менән генә һөйләшеп-килешеп, хаҡты түбәнәйтергә, арзаныраҡҡа алырға мөмкин.
Еләк-емеш, йәшелсә
(һумдарҙа, килограмы):
абрикос — 70
груша — 80-100
лимон — 80
персик — 70
мандарин — 90
нектарин — 70
виноград — 75-100
слива — 40-70
алма — 50-60
помидор — 28-30, 50-60
ҡыяр — 10-30
һуған — 22-28
кәбеҫтә — 15-22
сөгөлдөр — 38
ҡабаҡ — 45
таш ҡабаҡ — 25-35
баклажан — 25-30
йәшел тәмләткестәр (бәйләме) — 15-20
картуф — 32-35
һарымһаҡ — 90-130
татлы борос — 38-50.
Башҡа төр аҙыҡ-түлек
Һыйыр ите — 240-280
сусҡа ите — 250-270
һарыҡ ите — 250-270
өйрәк ите — 250
тауыҡ ите — 110-130
ҡорот — 250
ҡаймаҡ (0,7 литрлыҡ банкала) — 140-150
һөт (1 литры) — 28 һумдан алып
йомортҡа (10 данаһы) — 50-100
бал (өс литрлыҡ банкала) — 1400-2000


Вернуться назад