“Һөт иле”нә рәхим итегеҙ!16.08.2013
“Һөт иле”нә рәхим итегеҙ!31 августа Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында илдең һөткә һәм һөт ризыҡтарына арналған иң ҙур ғаилә байрамдарының береһе — Бөтә Рәсәй “Һөт иле” фестивале — үтә.

Оло сараны Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, республика Хөкүмәте, Һөт етештереүселәрҙең милли берлеге ойоштора. Башланғысты республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостандың һөт союзы, Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт яҡлап сыҡты.
“Һөт йәрминкәһе”, “Һөт фермаһы”, “Һаулыҡ һәм матурлыҡ академияһы”, “Һөт кафеһы” кеүек ғәҙәти зоналар менән бер рәттән, байрамды ойоштороусылар балалар өсөн интерактив майҙансыҡтар зонаһын киңәйтергә һәм яңыларын өҫтәргә ниәтләй.
Августың 20-ләрендә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Һөт иле”нә арналған махсус матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.


Вернуться назад