Кемдер ашыға, кемдер ҡомға терәлгән16.08.2013
Республика Президенты, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек программаһына ярашлы, Өфөлә төҙөлөп ятҡан объекттарҙы ҡарап йөрөнө. Ул “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексы һәм Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә төҙөлөүсе ҡунаҡханаларҙа, шулай уҡ реконструкцияланыусы “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы һәм “Конгресс-холл” биләмәләрендә эштәр торошо менән танышты.
Бөтә объекттарҙа ла эштәр графиктан алда бара. Мәҫәлән, “Конгресс-холл” эргәһендәге ҡунаҡхананы киләһе йыл мартта төҙөп бөтөү ҡаралғайны. Ләкин, төҙөүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, уны ғинуарҙа уҡ файҙаланыуға тапшырмаҡсылар.
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында “Өфө” йылға портында булып, яр буйын һәм урамдағы якорҙар экспозицияһын ҡараны. Йылға порты етәкселеге менән әңгәмәлә территорияны киңәйтеү тураһында һүҙ сыҡты. Асыҡланыуынса, биналарҙы ваҡ-ваҡ ҡуртымсылар биләп бөткән икән. Порт тулы көсөнә эшләмәй — һуңғы “Өфө – Мәскәү” пассажирҙар рейсы бынан 20 июлдә киткән. Әлеге ваҡытта был йүнәлештә пароходтар Дүртөйлөнән юл ала.
Президент Өфө етәкселегенә аҡса табып, йылға порты биләмәһенә “йән өрөргә” ҡушты.