Йылмайып-көлөп кенә16.08.2013
Эскәмйәлә ике әхирәт гәп һата.
– Ирең ниндәйерәк кеше?
– Ҡояш кеүек, әй.
– Асыҡ йөҙлө икән, үәт шәп!
– Юҡ шул, кис менән олаға ла иртән генә ҡайта.
* * *
Ҡыҙыу барған йыйылыштың аҙағында хужа былай ти:
– Кем дә кем был айҙа планын арттырып үтәй, шуға — етәкселектән бер ҡап шоколад.
Быға аптыраған хеҙмәткәрҙәр:
– Беҙгә эш хаҡы ғына кәрәк, – тип шаулаша.
– Эй, әттәгенәһе, мин бит ул аҡсаны шоколад алыуға тотоноп бөтөп өлгөрҙөм, һуңланығыҙ, – ти директор, мут йылмайып.
* * *
Һимереүҙән ике эйәге бүлтәйеп килеп сыҡҡан ханым, кәңәш һорап, редакцияға былай тип хат сыймаҡлаған, ти:
– Өсөнсөһө күренмәҫ элек ярҙам итһәгеҙсе...
– Иң ҡулайлыһы — һаҡал үҫтереү, – тигән яуап алған ул.
* * *
Армияға барыуҙан ҡасып ятҡан ике егет һөйләшә.
– Военкоматҡа саҡырталар, “аҡ билет” бирәбеҙ, тигәндәр, – ти эсен май бөрә башлағаны.
– Ахмаҡһың да инде! Әллә бараһыңмы? – ти икән икенсеһе, күҙен саҡ асып.
– Ә ниңә?
– Иҫләйһеңме, Айназ барғайны, ике йылдан һуң ғына ҡайтты.
* * *
Ҡуян тирәктең осона ҡунған ҡарғанан:
– Ни эшләп ултыраһың? – тип һораған.
– Бер нәмә лә эшләмәйенсә... – тигән ҡош.
Ҡуян унан күрмәксе ағас төбөнә матур итеп барып ятҡан. Эргәһенән үтеп барыусы төлкө уны күреп ҡалыу менән тамаҡлап та ҡуйған.
“Эх, бер нәмә лә эшләмәү өсөн ағастың иң бейек урынында ултырырға кәрәк тип әйтергә онотҡанмын да баһа”, – тип ҡайғырған, ти, ҡарға.