Байрамдарҙан мәхрүм ҡала яҙҙыҡ27.12.2011
Быйыл республикабыҙ ил кимәлендәге шау-шыуға сәбәпсе булды: Өфөнән бер кеше, Башҡортостанда Ҡорбан һәм Ураҙа ғәйеттәрендә ял итеүгә федераль ҡануниәт нигеҙендә баһа биреүҙе һорап, судҡа мөрәжәғәт итте. Имеш, был рәсми байрамдар уның хеҙмәткә хоҡуғын боҙа.
Үкенесле, әммә, Рәсәйҙең Юғары суды сығарған ҡарарға ярашлы, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары айҡанлы ялдар илдең Конституцияһына һәм Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә. Был Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ милли республикаларҙа, тотош Рәсәй мосолмандары араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Беҙҙә йәшәүсе бүтән дингә ҡараған кешеләр ҙә Исламдағы төп байрамдарға өҫтөнлөк бирелергә тейешлеген билдәләне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дини байрамдар һағына үҙе баҫты. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары илдең Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итте. “Рәсәй субъекттарының дәүләт власы органдарына дини байрамдарҙы ял көндәре тип иғлан итеү хаҡында ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы бирелде. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә, Хеҙмәт кодексында ла сағылыш табырына ышанам. Минеңсә, шуның менән ғауға туҡталыр”, — тигәйне Рөстәм Зәки улы.
Ниһайәт, Башҡортостан Президентының һүҙҙәре раҫҡа сыҡты: Рәсәйҙең Юғары суды Президиумы Башҡортостанда Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көндәре итеүҙең законлы икәнлеген билдәләне. Ғәҙеллектең тантана итеүен республика йәмәғәтселеге бик шатланып ҡабул итте. Әлеге ваҡиға, һис шикһеҙ, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың федераль кимәлдәге юғары абруйы тураһында ла һөйләй.