1. Нәмәнең сифатын, эшләнгән ваҡытын, урынын һәм башҡаһын күрһәткән билдә. 2. Халыҡ алдына сығып һөйләгән һүҙ. 3. Уны ылашта йәки тәргәлә киптерәләр. 4. Ҡыҫҡа ваҡытлы ярым йоҡоло хәл. 5. Крәҫтиәндәргә өлөшләтә хужа булған синыф вәкиле. 6. Көньяҡ ылыҫлы ағасы. 7. Был Африка хайуанынан бик күп кеше һәләк була. 8. Билдәле бер артист файҙаһына ҡуйылған спектакль. 9. Күҙлекле йылан. 10. "Мулла ҡатаһыҙ булмаҫ, (...) хатаһыҙ булмаҫ". 11. Ай салҡан тыуһа — аяҙ булыр, ҡырын тыуһа — (...) булыр. 12. Ҙур булып үҫмәй торған тоҡомло эт. 13. Ямғырҙан һуң (...) ялтыраһа, аяҙ булыр. 14. "Йәне көйгән (...) һен ҡарғаған". 15. Бал, май кеүек нәмә һалыу өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһаған тәпәшәк һауыт. 16. Артыҡ ыҙа килтергән, мәшәҡәтле кеше йәки мал. 17. Суғырмаҡ тәнле ер-һыу йәнлеге. 18. Мәсеттә аҙан әйтеүсе. 19. Эҫеләнгән һайын ҡат-ҡат тун кейә. 20. Шатлыҡлы яңылыҡты хәбәр итеүсегә бирелгән бүләк. 21. Ҡулдың иңбаштан ҡушҡарға тиклемге өлөшө. 22. Йәрәхәт. 23. Ҡабығы һыҙырылған йыуан йүкә ағасы. 24. Суртандың "үлмәй" торған ағзаһы. 25. Йылғаларҙа боҙ (...)дә китһә, ашлыҡ булыр. 26. Ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло һепертке ҡыуағы. 27. Ямғыр яуғандан һуң йылға булып аҡҡан һыу. 28. Киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, шыма тәнле, тәңкәһеҙ бик эре йыртҡыс балыҡ. 29. Бер ағасҡа ике япраҡ. 30. Сағыу сыбар төҫтәге, матур оҙон ҡойроҡло йылы яҡ ҡошо. 31. Арба-сананың екке малды егә торған оҙон ағасы. 32. Баҫҡысһыҙ юғары менә, сылбырһыҙ түбән төшә. 33. Уҡыу кәрәк-ярағы. 34. Ҡаланың бер мәсеткә ҡараған өлөшө. 35. Бәләкәй генә малай, урман төбөн ялай. 36. Бөтә яҡтан һыу менән уратылған ҡоро ер. 37. Тормошта, эштә үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләр йыйылмаһы. 38. Кешенең һуңғы "кейеме". 39. Йоҡа ҡоростан яһалған боронғо яу кейеме. 40. Баҫҡанда яҙыуы йәки тамғаһы ҡала торған махсус нәмә. 41. Хәнйәр нимә ул? 42. Кәмәнең, һалдың яҫы башлы таяғы. 43. Бағыу эше. 44. Ҡолонға кейҙерә торған нуҡта. 45. Йылғаның шәп аҡҡан ере. 46. Һуғышта еңеп, дошмандан тартып алынған төрлө ҡорал һәм хәрби мөлкәт. 47. Тереклек яңы башланған, яратылған ваҡыт. 48. Һары булды, аҡ булды, өф иткәнгә юҡ булды.