Сәләмләшеп йәшәү — тыныслыҡ билдәһе16.08.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
"Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе тыныс, татыу йәшәргә саҡыра һәм быға юл күрһәтә", — тиелә изге "Ҡөрьән"дә. Ислам үҙе лә "тыныслыҡ" тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән.
Берҙәм, татыу йәшәүҙә иҫәнләшә белеүҙең өлөшө ҙур. Исламда "Әс-сәләмү ғәләйкүм! Аллаһ Тәғәләнән килгән тыныслыҡ һәм Уның сәләме һеҙгә булһын!" тигән оло тәбрик һүҙе бар. "Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: "әс-сәләмү ғәләйкүм!" тиеүҙәренә "үә ғәләйкүмүс-сәләм үә рәхмәтул-лаһ!" тип ололағыҙ", — тиелә "Ҡөрьән"дә.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ көн дә ҡулланған "сәләм" һүҙе ғәйәт ҙур көскә эйә. Ул әҙәм балаларын яҡынайта, бәғзеләрҙең араһындағы һалҡынлыҡты юйып ташлап, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа юл һала.
"Сәләм" һүҙе — Аллаһ Тәғәләнең бер исеме, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Раббыбыҙ үҙенең рәхмәте менән был исемде ергә ебәрҙе, мосолмандар араһына индерҙе. Һүҙҙе киң таратыуға һеҙ ҙә өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, бер-берегеҙгә сәләм биреп тороғоҙ. Әгәр ҙә шуны эшләһәгеҙ, арағыҙҙа ихтирам, мөхәббәт урынлашыр. Ислам дине татыулыҡты, тыныслыҡты һөйә".
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер-беребеҙ менән күркәм мөнәсәбәттә, аралашып, аңлашып, хәлебеҙҙе белешеп, тыныс, татыу йәшәргә насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.