Ҡотлайбыҙ!16.08.2013
Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле ауылдашыбыҙ Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовты күркәм байрамы — 70 йәшлек юбилейы — менән ҡотлайбыҙ!
Рафаэль Ибраһим улы — көләс йөҙлө, яҡты күңелле, мәҙәниәтле кеше. Беҙ, Уҫманғәле ауылы малайҙары, юбиляр менән бергә уйнап, бер мәктәптә уҡып, Инйәр йылғаһында һыу инеп, бесән сабып үҫтек. Төшкө аш мәлендә малайҙарҙың һәр кеме үҙе яратҡан шөғөл менән мауыға: Рафаэль ат һуғара, Сыңғыҙ салғы тапай, мин, Фәрхетдин, кәбәндәр һанайым, ә Тәлғәт һүрәт төшөрә. Белорет районының болондарында үҫкән хуш еҫле бесән, бала саҡ хәтирәләре булып, күңел аҡландарына теҙелгән.
Рафаэль атлы ир-уҙамандың тәбиғәткә, кешеләргә булған һөйөүе сикһеҙ. Уның ярҙамы менән республикабыҙ халҡы өсөн төҙөлгән мәктәптәр, дауаханалар һәм мәҙәниәт һарайҙары һанап бөткөһөҙ.
Рафаэль Ибраһим улы Нина Николаевна менән бер-береһен хөрмәт итеп, татыу донъя көтә. Өйҙәрен йәмләп, ике ҡыҙ бала донъяға килде. Уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарҙылар.
Ҡәҙерле Рафаэль Ибраһим улы! Алда атыр таңдарығыҙ ҡояшлы булһын, тормош иптәшегеҙ менән сәләмәтлектә, оҙаҡ йылдар балалар, ейәнсәрҙәр шатлығына төрөнөп йәшәргә насип итһен!

Ауылдаштары Нәғимовтар,
Шәриповтар, Ғәйнуллиндар һәм Хәмитовтар ғаиләһе.


* * *
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешебеҙ Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы Мәжитова тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бөрйән районының Яңы Усман ауылында тыуып үҫкән һәм әле лә шунда йәшәй ул. Күрәһең, бындай ҙа саф күңелле, тирә-яҡҡа нур һибеүсе, йөрәктәргә тик изгелек орлоҡтары сәсеүсе ҡыҙын төпкөл һис кенә лә ситкә ебәрергә теләмәгән, унда үҙенең тоғро һаҡсыһын, һөйөүсеһен, серҙәшен тапҡан.
Эйе, һәр саҡ туған тәбиғәтенең, үҙен уратҡан тереклектең, кешеләрҙең хәстәре менән йәшәй Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы, барыһы өсөн дә яна-көйә, Хоҙайҙан һәммәһенә изгелек, ергә бәрәкәт, именлек теләй. Әүҙемлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы, тилберлеге менән Ҡөрьән аяттарын өйрәнде; дарыу үләндәре буйынса ярайһы уҡ белем тупланы; әҙәбиәтте, тарихты, матбуғатты күп уҡып, үҙ тәрбиә мәктәбен булдырҙы... Быларҙың бөтөнөһө лә — тормошта яҡшылыҡты арттырыу ниәтенән, бар донъяны ысынлап яратыуҙан, эскерһеҙлектән. Күпме яҙһаң да, ҡәҙерле кешебеҙҙең тыуған ере, яҡындары, замандаштары өсөн әһәмиәтен аңлатып, баһалап бөтөү мөмкин түгелдер.
Биш бала әсәһе, һоҡланғыс ҡатын, уңған хужабикә булыуы тураһында ла ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ. Ныҡлы рухи таянысыбыҙ булып, атайыбыҙ Тәлғәт Әхмәтзата улы менән иңгә-иң терәшеп, башлаған ғәмәлдәрен дауам итеп, барлыҡ тойғоларыбыҙҙы уртаҡлашып, гел изгелектәр күреп, артабан да һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙының.

Ҡотлау менән балалары, кейәүе, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

* * *
Йәйҙең иң йәмле айында тыуған, беҙҙең өсөн йәшәү йәме, тыуған йортобоҙҙоң ҡото булып, аҡыллы кәңәштәрен биреп, һаулыҡ, именлек теләп, Ейәнсура районының Самаҙы ауылында йәшәгән ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙҙе, Ҡылысбаева Зарифа Әхмәтбаҡый ҡыҙын, оло байрамы — 90 йәше менән ҡотлайбыҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.

Иң изге теләктәр менән улдары, ҡыҙҙары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

* * *
Бөгөн беҙҙең өсөн ифрат матур, күркәм байрам — Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы һылыуы Лидия Даян ҡыҙы Әхмәтшина менән Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылы егете Венер Юнир улы Вәлишиндың законлы никахы.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, ҡулға-ҡул тотоношоп үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!
Ҡотло булһын нигеҙ, ырыҫ ҡунһын,
Уй-теләктәр булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре —
Бала-саға үҫһен бер итәк.
Туйҙар булһын тағы, күп-күп туйҙар:
Өй туйығыҙ, бәпес туйығыҙ.
Ҡыҙҙар биреп, улдар өйләндереп,
Килеп етһен алтын туйығыҙ.
Эй, ғүмерҙең ҡабатланмаҫ мәле —
Күпме сафлыҡ һеҙҙә, тоғролоҡ!
Ошо бер мәл ғүмер юлығыҙҙа
Булһын мәңге балҡып торорлоҡ!

Ҡотлау менән барлыҡ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ.


Вернуться назад