...Тағы тәңкә...
Екатерина был,
Ул да йөрөгән
икән түшлектә.
Был донъяға яңынан
тыуыр ине,
Башҡорт бөтмәгәнен
ишетһә...
Сит өлкәгә сәфәргә сыҡҡанда ниңәлер шағир Рәйес Түләктең “Ҡашмау” поэмаһындағы ошо шиғри юлдар уйымдан сыҡманы. Эх, башҡорт халҡы! Ниҙәр генә күрмәгән дә ниҙәр генә кисермәгән! Ерен талауҙар, диненән яҙҙырырға маташыуҙар, ахыр сиктә, телен сикләүҙәр... Шуның өсөн күпме тапҡыр халҡым яуға күтәрелгән, күпме аҫыл ир-аттың ҡаны ҡойолған! Уйлап ҡараһаң, аҙ һанлы халыҡтарға ҡарата сәйәсәт Әбей батшаға тиклем дә булған, унан һуң да дауам иткән.
Әле беҙ бер төркөм яҙыусы менән Ырымбур өлкәһенә юлға сыҡтыҡ. Ошо төбәк тә бит шул батшалыҡтың мәкерле сәйәсәте арҡаһында Башҡортостан умырып алынған. Йәнәһе лә, шуның менән халыҡты ҡаҡшатмаҡсы, көс-ғәйрәтен кәметмәксе булғандар. Ә шулай ҙа Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙ ауырлыҡтарға бирешеп ҡалмаған, киреһенсә, халҡының үҫешенә шаҡтай көс индергән. Башҡорт даны менән һуғарылған ерҙә тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бер нисәүһен генә атап үтәйек: режиссер Әмир Абдразаҡов, фольклорсы Әбүбәкер Диваев, дәүләт эшмәкәре Әхмәт Бейешев, ғалим-телсе Мөхәмәтхан Ҡулаев, драматург һәм режиссер Вәлиулла Мортазин-Иманский, драматург Хәбибулла Ибраһимов, автономия төҙөү осорондағы башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Аллабирҙе Йәғәфәров, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, яҙыусы Сәғит Агиш, педагогия фәндәре докторы Рафаэль
Аҙнағолов... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине.
Әйткәндәй, Ырымбур өлкәһендә әлеге әҙәби осрашыуҙарҙы ойошторам тип янып йөрөгән шәхестәр ҙә ошо бәрәкәтле ерҙән сыҡҡан. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, шағир Риф Тойғоновтың, күренекле әҙип Йыһат Солтановтың, тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаевтың исеме һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Уларҙың һәр кеменең юлда барғанда тыуған төйәге, уның данлы һәм шанлы тарихы хаҡында ғорурланып һөйләгәнен тыңлап килдек.
— Эх, Сәғит ағай Агиш иҫкә килеп төштө әле, — тип хәтирәләргә бирелде Риф Тойғон. — Ул килеп инһә, бүлмәләр яҡтырып китер ине. Бер ҡасан да йәмрәйеп, кешене яманлап йөрөмәне. Ну, шаяртырға яратты.
— Дөрөҫ, — яҡташының һүҙен Нурислам Ҡалмантаев ҡеүәтләп ҡуйҙы. — Әҫәрҙәре ниндәй шәп бит! Йырлап уҡыйһың, йырлап...
Был сәфәрҙә шулай уҡ яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, танылған шағирә һәм дәүләт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, әҙибә Фәниә Ғәбиҙуллина ла ҡатнашты.
Ырымбур өлкәһендә тыуған арҙаҡлы башҡорттар хаҡында һүҙ йөрөткәндә өс шәхестең исемен атамағайным. Әҙәбиәтебеҙҙең был “өс тағаны” хаҡында айырым әйтеп үтергә кәрәктер: Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, яҙыусы Дауыт Юлтый, шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантай. Ошо шәхестәр әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә, милли рухиәтебеҙҙе байытыуға ни тиклем ҙур көс һалған! Әгәр Мөхәмәтша Буранғолов ауылдар буйлап йөрөп, йырҙар, бәйеттәр, риүәйәттәр, эпостар яҙып алмаһа, башҡорт халыҡ ижады бөгөнгәсә тейешле кимәлдә һаҡланып ҡалыр инеме? Әгәр ул Баймаҡҡа барып, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндән “Урал батыр” эпосын яҙып алмаһа, шундай мәшһүр ҡомартҡыбыҙ менән ғорурлана алмаҫ инек. Ә Дауыт Юлтый һуң? Ул әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртып йәшәгән. Шуғалыр ҙа республикабыҙҙың Яҙыусылар союзын ойоштороуҙың башында ул торған. 1921 йылдан алып “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире лә булған. Мәскәүҙә IХ Бөтә Рәсәй советтар съезы делегаты булараҡ ҡатнашып, Владимир Ленин менән күрешеп, әңгәмәләшкән, тиҙәр.
Ғабдулла Амантай иһә ҡыҫҡа ғүмере эсендә шиғриәттә лә, фәндә лә, йәмәғәт эшендә лә үҙенең яҡты эҙен ҡалдырған. Заманында ул башҡорт телендә һүҙлектәрҙе һәм мәктәп китаптарын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Башҡортостандың ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге директоры вазифаһын да башҡарған.
Мөхәмәтша Буранғоловты, Дауыт Юлтыйҙы, Ғабдулла Амантайҙы уртаҡ һыҙат — халҡына тоғролоҡ, әҙәбиәткә бирелгәнлек — берләштергән. Шуның өсөн уларға күпме ауырлыҡ кисерергә тура килгән! “Халыҡ дошманы” тип мөһөрләнеп, репрессияға дусар ителһәләр ҙә, улар үҙ антына тоғро ҡалған. Батырҙы ил онотмаҫ, тиҙәр халыҡта. Шөкөр, ошо көслө “өс таған”дың да исеме ваҡыт үтеү менән халҡына ҡайтты. Уларҙың әҫәрҙәрен мәктәптә уҡыйҙар, пьесаларын сәхнәлә күрәбеҙ, ғилми хеҙмәттәрен университетта өйрәнәбеҙ.
Ырымбур халҡы өсөн генә түгел, әҙәбиәт һөйөүселәргә лә ағымдағы йыл үтә әһәмиәтле булып сыҡты. Быйыл Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына — 120, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 125 йыл тулды. Былтыр иһә Ғабдулла Амантайҙың тыуыуына 105 йыл тулғайны.
Сал далалы төбәккә барыуыбыҙҙың да сәбәбе шуға бәйле. Мәшһүр ижадсыларҙың яҡты рухына арнап осрашыуҙар үткәреү, урындағы халыҡтың бөгөнгө хәлен яҡындан белеү ине төп маҡсатыбыҙ.
Нисек йәшәй икән хәҙер Ырымбур башҡорттары? Ошо һорау юл буйына тынғылыҡ бирмәне.
Төп сара Красногвардейск районының үҙәгендә, Пләшәндә, башланып китте. Беҙ барып етеүгә райондың мәҙәниәт һарайында республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре “Һүрелмәҫ ижад” тигән күргәҙмә ойоштороп йөрөй ине. Улар Ырымбур өлкәһенә ғилми экспедиция уңайы менән килгән икән. Яҙыусылар союзы менән алдан килешеүенсә, Мөхәмәтша Буранғоловтың, Дауыт Юлтыйҙың, Ғабдулла Амантайҙың тормошон һәм ижадын сағылдырыусы күргәҙмә әҙерләгәндәр.
— Район етәкселеге менән килешеп ҡуйғанбыҙ, — ти Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова. — Мәҙәниәт йортонда был күргәҙмә ай буйына эшләйәсәк. Башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙән уҡыусылар килеп ҡарай ала уны. Ғөмүмән, яҡташтарының тормош юлы менән танышыу һәр кем өсөн фәһемле булыр тип уйлайым.
Әҙәби-мәҙәни саранан урындағы етәкселек тә ситтә ҡалманы, шул иҫәптән Красногвардейск районының хакимиәт башлығы Николай Чернышев та ҡатнашты. Пләшәндең башлығы Радик Раймановтың милләттәшебеҙ булыуы ҡыуандырҙы. Тимәк, үҙ һүҙен әйтерлек, халҡына ҡалҡан булырлыҡ башҡорт
улдары бар унда.
Район хакимиәте етәксеһе ошондай күркәм сараның үтеүенә ихлас шатланыуын белдерҙе. “Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ. Йышыраҡ килеп йөрөгөҙ”, — тине ул.
Ырымбур ерендә тыуып үҫкән шағир, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов сәхнәгә күтәрелгәс, тамашасылар йәнләнеп китте.
— Беҙ бөгөн халҡы өсөн янып йәшәгән шәхестәребеҙҙең хөрмәтенә йыйылдыҡ, — тине Тойғон. — Ошо кешеләр милләтебеҙ тарихында ҙур урын алып тора. Шуға ла уларҙың хәтерен яңыртып тороу — беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ундай шәхесте онотмайбыҙ”, “барыһын да эшләйәсәкбеҙ” тигән вәғәҙәле сығыштар сараларҙа йыш яңғырай. Йөҙ тапҡыр һөйләгәнсә, бер тапҡыр ысын эш күрһәтеү хәйерлерәк түгелме? Ошо йәһәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген баһалап үтергә кәрәктер. Былтыр ғына ул Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияны булдырҙы. Ижадсыларҙы дәртләндереү сараһы ғына түгел, олуғ сәсәндең исемен мәңгеләштереүҙең бер алымы ла был.
Әҙәби-мәҙәни кисәлә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияның беренсе лауреаты, шулай уҡ Ырымбур улы Йыһат Солтанов та сығыш яһаны.
Урындағы үҙешмәкәр артистарҙың йыр-моңо менән яҙыусыларҙың сығышы үрелеп барҙы. Һай, дәртле лә икән ырымбурҙар! Луиза Райманова етәкселегендәге “Таң йондоҙо” фольклор ансамбле райондың йәме булып тора.
Икенсе көндә күренекле шәхестәребеҙ тыуған ауылдарҙа буласаҡ осрашыуҙы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә ине. Иң башлап беҙ Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың кендек ҡаны тамған ергә — Үрге Ильяс ауылына — юл тоттоҡ.
Ауыл халҡының ҡайғылы мәленә тура килгәнбеҙ.
— Мәктәбебеҙҙе ябалар, — тине араларынан берәү, — күрше урыҫ ауылына йөрөтөп уҡытығыҙ, тиҙәр.
Был йөрәк ауазына бүтәндәр ҙә ҡушылды:
— Эйе, шап-шаҡтай матур мәктәбебеҙҙе буш торғоҙоп ҡалдырмаҡсылар.
— Ҡороп киткере “оптимизация”!
— Ярай әле һеҙ килдегеҙ. Күңелдә булғанды һөйләрлек кешебеҙ ҙә юҡ. Бәлки, Өфө ярҙам итер...
Бына шулай хәлдәр. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Үрге Ильяс мәктәбендә 1 сентябрҙә шат балалар тауышы ишетелмәҫ. Бик аяныслы хәл. Ә бит мәктәптең ябылыуы ауылдың ҡороуына килтерә. Был хаҡта халыҡ сәсәне ишетһә, билләһи, ҡәберендә тулап-тулап китер ине.
Был көндә Дауыт Юлтыйҙың тыуған ауылы Юлтыйҙа ла осрашыу үтте. Үрге Ильяста кәйеф ҡырылһа ла, Юлтыйҙа хәлдәр бүтәнсәрәк.
Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге мәктәп уҡыусылары икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Бөгөн Юлтый мәктәбендә 35 бала уҡый икән. Үҙҙәренең бай музейы ла бар. Унда Дауыт Юлтыйҙың шәхси әйберҙәре, кейемдәре лә һаҡлана.
Гөлсимә Райманова етәкселегендәге мәктәп коллективы бында дәртләнеп эшләй. Балалар ҙа саф башҡортса аралашып, ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы.
Ырымбур өлкәһендәге осрашыуҙарҙан ҡайтҡанда башымда мең төрлө уй сырмалды. Бындай кире күренештәрҙә кем ғәйепле һуң? Үҙебеҙме? Улай тиһәң, ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуһа ла, халыҡ йәшәргә ынтыла, гөрләтеп донъя көтә. Әбей батшаның вариҫтары ла йоҡлап ятмай шул! Яңынан-яңы ҡоротҡос саралар табылып тора.
Бөйөк Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт халҡына хушлашыу хатында милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн өс мөһим нәмәгә таянырға кәрәклеген билдәләгән. Тәү сиратта — тел, шунан — дин һәм милли кадрҙар әҙерләү. Телһеҙ, иманһыҙ, терәк булырҙай абруйлы милләттәштәрһеҙ киләсәгебеҙҙе күҙаллау ҡыйын.