Бер йылға бушлай!16.08.2013
Күптән түгел Интернетты “башҡортлаштырыу” менән шөғөлләнгән веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатовтан хәбәр алдыҡ. Ул башҡорт телендәге бер нисә сайтты үҙенең хостингында бер йылға бушлай урынлаштырырға тәҡдим итә. Түбәндә уның хаты менән таныштырабыҙ.
“Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн тырышып эшләгән шәхестәрҙе, берләшмәләрҙе хуплайым. Бөгөн иң ябай һәм һөҙөмтәле ысул — үҙебеҙҙең мәғлүмәти мөмкинлектәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереү. Шуның өсөн дә башҡорт телендәге ике-өс сайтты үҙемдең хостингта бер йылға бушлай урынлаштырырға әҙермен.
Һеҙҙең күптәрегеҙ башҡорт телендә сайт йәки веб-сервистар булдырыу хыялы менән йәшәйҙер, моғайын. Ниндәйҙер концепцияғыҙ йәки аныҡ планығыҙ ҙа барҙыр. Бынан тыш, ошо сайтты дауам итеү, үҫтереү өсөн әҙер мәғлүмәттәрегеҙ һәм буш ваҡытығыҙ булыуы шарт. Иң мөһиме — һеҙ был ресурстың халыҡҡа файҙалы, кәрәкле булыуына ышанырға һәм уны аңлатырға әҙер булырға тейешһегеҙ.
Икенсе вариант. Һеҙҙең башҡортса сайтығыҙ эшләй, әммә ниндәйҙер ауырлыҡтарға осрағанһығыҙ:
1. Хостингка түләй алмайһығыҙ йәки нисек эшләргә икәнлеген белмәйһегеҙ.
2. Һеҙҙе элекке хостингтан ҡыуалар, техник мәсьәләләрҙе насар беләһегеҙ.
3. Уның менән шөғөлләнергә ваҡытығыҙ етмәй, ләкин һаҡларға теләйһегеҙ.
4. Ҡасандыр яҡшы сайтығыҙ булған, әммә ябылған, ә бөтөн мәғлүмәттәр бэкапта ҡалған.
Тәҡдимдәрегеҙҙе миңә ебәрһәгеҙ ине. Әгәр минең хостинг урынлаштыра алырлыҡ күләмдән күберәк тәҡдимдәр килһә, иң уңышлы һәм перспективалы бер нисә сайтты һайлап алам. Һәр хәлдә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итергә тырышасаҡмын.
Кемдең техник оҫталығы, мөмкинлектәре бар, шуларҙың бөтәһен дә ошо мөһим, ҡыҙыҡлы проекттарға һәм халыҡҡа ярҙам итергә саҡырам. Һеҙҙең сығымдар: базала — 10 мб, дискта — 100 мб, аҙнаһына бер сәғәт техник хеҙмәтләндереү. Ә сайт асырға теләүселәр өсөн был бик ҙур ярҙам, халҡыбыҙға баһалап бөткөһөҙ донъяуи ресурс буласаҡ”.
Бына шундай тәҡдим яһай беҙгә Илдар Кинйәбулатов. Теләге булғандар уға ошо адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала:
[email protected]
http://ildar.me/hosting/
http://vk.com/prounn


Вернуться назад