Изге эшкә — салауат!16.08.2013
Изге эшкә — салауат!“Ирмен тигән ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгән ата-бабабыҙ. “Бәйләнештә” ижтимағи селтәрен башҡортсаға тәржемәләү проекты етәксеһе Салауат Әбсәләмов мәктәптә уҡыған сағында уҡ сит телдәр менән ҡыҙыҡһына башлай, һөҙөмтәлә һигеҙенсе класта испан телен өйрәнә. Ә унынсыла уҡыған сағында Өфөнән күсеп килгән Рөстәм тигән егет Салауатҡа Сегалдең ғәрәпсә китабын бирә. “Ғәрәп теленең башланғыс курсы” тип атала ул. Шул көндән алып йәш егет мауыҡтырғыс ғәрәп теле донъяһына сума, тел үҙенсәлектәре менән ныҡлап таныша.

— Атайым сығышы менән Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан, әсәйем — Сәйетбаба янындағы Ҡолҡан ауылынан, мин Нижневартовск ҡалаһында тыуғанмын. Башҡортостанда ғүмеремдә бер нисә тапҡыр ғына булдым. Бындағы мөхитте республикабыҙҙағы менән сағыштырып булмай. Башҡорт илен фотоһүрәттәрҙә генә күреп үҫтем, — тип башланы егет үҙе тураһындағы бәйәнен. — Миңә ете йәш булғанда, әсәйем ике бала менән тол ҡалған. Ул беҙҙе бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе, аяҡҡа баҫтырҙы, кесе йәштән кешелекле, асыҡ йөрәкле булырға өйрәтте. Азамат ағайым күңелемдә туған телебеҙгә һөйөү уятты, ул миңә атай кеүек ине.
Үҙенә сит телдәрҙең еңел бирелеүен аңлап, фарсы, француз телдәрен дә өйрәнә үҫмер. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Нижневартовск дәүләт университетының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә.
Салауат һөйләүенсә, бик ауыр ваҡыттар ҙа була: Өфөләге юғары уҡыу йортона инергә бик теләһә лә, унда белем алыр өсөн ғаиләһенең ярҙам итерлек Изге эшкә — салауат!мөмкинлеге табылмай. Тырыш студент шулай ҙа университетты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Нижневартовск ҡалаһындағы 1-се гимназия директоры Эдмонд Игошин йәш белгесте үҙҙәренә эшкә саҡыра. Салауаттың хеҙмәт юлы шулай башлана. Әле ул 7-се урта мәктәптә балаларҙы инглиз теле нескәлектәренә өйрәтә.
Университетта уҡыған сағында, 2009 йылда уҡ, «Бәйләнештә» ижтимағи селтәрен башҡортсаға тәржемә итеү тураһында иғлан күреп ҡала. Бөгөнгө заманда ул — Рәсәйҙә генә түгел, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә лә Интернетта киң файҙаланылған сайттарҙың береһе. Туған телебеҙҙе киң танытыуға бына тигән мөмкинлек итеп күреп, шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотона егет. Тәүгеләрҙән булып уға дуҫтары Айрат Шәмиғолов, Искәндәр Сәйетбатталов һәм Марсель Урманшин ярҙам ҡулы һуҙа.
— Егеттәр миңә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта барлыҡ изге ниәттәр ҙә ғәмәлгә ашмай ҡала. Донъя мәшәҡәттәре һәм ваҡыт етмәү сәбәпле, яҡшы башланғыс туҡталып торҙо. Ләкин өмөт яңынан ҡабынды: быйыл Мәскәүҙә эшләүсе әүҙем башҡорт егете Илдар Кинйәбулатов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы тәржемәселәр, тәжрибәле белгестәр эҙләп тапты һәм, ниһайәт, “боҙ” урынынан ҡуҙғалды, туҡтап ҡалған эшебеҙ йәнә йәнләнде. Тәржемәселәр төркөмөндә Гүзәл Ситдиҡова, Мәүлит Ямалетдин, Рөстәм Нуриев кеүек танылған әҙиптәрҙең һәм тәжрибәле белгестәрҙең булыуы беҙгә ҡанат ҡуя. Ял ваҡыттарында ла әүҙем эшләгән төп төркөм тәржемәселәре Илдар Кинйәбулатов, Әлфиә Әбделмәнова, Гүзәл Кәримова, Мотал Рәмов, Айҙар Янышев, Рәфил Дәүләтбирҙин, Айбулат Ишназаровтарҙы билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Икенсе төркөмгә тағы ла яңы тәржемәселәр өҫтәлде. Улар — республикала билдәле белгестәр. Телсе ғалимдарға ҙур өмөт бағлағайныҡ, әммә журналистар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әүҙемерәк булып сыҡты. Был аңлашыла ла: улар тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Икенсе төркөмдөң дә “Бәйләнештә”ге тәүге төп төркөм тәржемәселәре кеүек үк тырышып эшләренә шикләнмәйем, — тип ихлас ҡыуана Салауат. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар лабораторияһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Зиннур Сиражитдинов — терминология буйынса йәмәғәт башланғысында кәңәшсебеҙ, танылған эксперт, тәжрибәле шәхес. Зиннур Әмир улын “Вконтакте” сайтының башҡорт телендәге интерфейсын тержемәләү проекты менән ҡыҙыҡһындыра алыуыбыҙ — беҙҙең өсөн оло уңыш, тип иҫәпләйем. Ул “Бәйләнештә”ге терминдарҙың башҡортсаһын төҙәтеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ошо мөһим проектҡа белгестәрҙе, телсе ғалимдарҙы саҡырабыҙ. Башҡорт телен донъя кимәлендә танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
Заманында Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәребеҙгә, халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшеүсе батырҙарыбыҙға һис тә еңел булмаған. Бөгөн халыҡтар араһында ҡан ҡойош, һуғыш кәрәкмәй. Милләтебеҙҙең аҡыллы, уҡымышлы, рухлы зыялылары булып, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлау өсөн һәр беребеҙ ҡулынан килгән тиклем тырышырға тейеш. Барыһы ла үҙ эшен белһә, йөрәге ҡушыуы буйынса намыҫлы эшләһә, тормошобоҙ алға китер. Халыҡ өсөн иң мөһиме – туған теле. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙғанса, иле юҡтың ғына теле юҡ. Шундай фекерҙә Салауат.
Егетебеҙ Себер ерендә хатта “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” булмаған ваҡыттарҙа ла тәржемә менән шөғөлләнә. Әле башҡорт телен үҙаллы өйрәнеүселәр өсөн китап яҙа. «Самоучитель» тигәнде башҡортса "Үҙдәреслек” тип атай. Мәктәптәр өсөн башҡорт телен яҡшы белмәүселәргә еңел аңлайышлы тағы бер китап яҙыу хаҡында хыяллана. “Болот берекһә – күк тетрәр, халыҡ берекһә – ер тетрәр” тигәндәй, күмәк көс менән “Бәйләнештә” сайтын башҡортсаға тәржемәләргә яҙһын, бар изге ниәттәре тормошҡа ашһын!


Вернуться назад