Мәшһүр заттарыбыҙҙы онотмайыҡ!16.08.2013
“Сөләймән Абдуллиндың күкрәге тулы моң...
Ундай йырсылар йөҙ йылға бер генә тыуа”
(Мәғәфүр Хисмәтуллин).

Илаһи йыр оҫтаһы, яҡташыбыҙ Сөләймән Абдуллинға ошо арала 85 йәш тулған булыр ине. Вафатынан бирле 11 йыл үтеп китте. Хәлбүки, уның яҡты һыны халҡыбыҙ хәтеренән һис юйылмай, киреһенсә, ваҡыт үткән һайын ул бөтә булмышы, ҡабатланмаҫ моңо менән һәр кешенең күңелен нығыраҡ арбай.

Бала саҡтан уҡ танышым, башланғыс мәктәптәге һабаҡташым булараҡ, иң тәүҙә мин уның бик тә ябай, аралашыусан, һәйбәт кеше һәм иптәш булыуын әйтеп үтергә теләйем. Ябайлыҡта — бөйөклөк тигәндәй, артабан ул мәшһүр йырсы булып күңелем түрендә урын алды. Халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәрен дә, хәҙерге фәһемле йырҙарын да үҙенә генә хас моңло тауышы менән күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек, бөтөн булмышыңды тетрәндерерлек итеп башҡарыусы бөйөк йыр оҫтаһы булды. Уның башҡарыуындағы “Ҡаҫмарт буйы”, “Сәлимәкәй”, “Томан”, “Зәлифәкәй”, “Шафиҡ”, “Хисам”, “Уйыл”, “Саҡырмасы, кәкүк” һәм башҡа йырҙар йөрәктәребеҙгә мәңгегә һеңеп ҡалды.
Беҙ, тереләр, бына ошондай бөйөк шәхестәребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға, уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн мөмкин булғанды эшләргә бурыслыбыҙ. Был өлкәлә район кимәлендә һәм йырсының тыуған ауылында байтаҡ сара күрелде һәм эш дауам итә: ауылда йыл һайын уға бағышлап хәтер кисәләре (аяттар) үткәрелә, ҡәбере тәртиптә тотола. Иҫәнғолдағы һәм Үтәғолдағы күркәм урамдарға исеме бирелгән, район үҙәгендәге балалар сәнғәт мәктәбе лә талантлы йырсы исемен йөрөтә. Ләкин, беҙҙең ҡарашҡа, Сөләймән Абдуллин кеүек бөйөк шәхес өсөн был бик аҙ.
Район халҡы Сөләймән Абдуллинға, үлгәндән һуң булһа ла, “Башҡортостандың халыҡ артисы” исемен биреүҙе һорай (был тәҡдим байтаҡ йылдар күтәрелһә лә, мәсьәлә һаман хәл ителмәй ҡала килә). Икенсенән, Иҫәнғолда һәм Үтәғолда уға таҡтаташтар ҡуйыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ, тип уйлайым.


Вернуться назад