Сентябрҙә Украинала уҙған Халыҡ-ара шашка чемпионатында яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина чемпион исемен яуланы. Спортсы 2001, 2003, 2004, 2007 йылдарҙа ла, донъя кимәлендәге еңеүҙәргә өлгәшеп, республикабыҙҙы данға күмгәйне.
Тамара Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән шашка буйынса уңыштары менән билдәлелек яулаған ҡыҙҙы 16 йәшендә Ишембай ҡалаһындағы Шашка мәктәбендә шөғөлләнергә саҡыртып алалар. Уҡыуын Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә.
— Башҡортостан — ҡәҙерле төйәгем. Бәләкәй саҡтан Күгәрсен районының Аралбай ауылына, өләсәйем менән олатайым янына, йыш килә торғайным, — ти Тамара Танһыҡҡужина. — Башҡорт телен яҡшы белеүем менән дә ҡәҙерлеләремә бурыслымын.
Ифрат ябай, алсаҡ, рухлы спортсы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, республика тормошонда, йәш быуын яҙмышы, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, спортсыларға алмаш тәрбиәләү буйынса алып барылған эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Әйткәндәй, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә “Башҡортостан” гәзитенең ветерандары менән осрашып, уларға онотолмаҫ байрам бүләк итте донъя чемпионы. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт!