Күмәкләгән - яу ҡайтарған14.08.2013
Халҡыбыҙ күршеһенә, танышына ғына түгел, ете ятҡа ла бәлә килгәндә вайымһыҙ ҡала торғандарҙан түгел. Быға һуңғы осорҙа ғына ла күп тапҡыр инандыҡ. Бергәләп күтәргәндә ҡайғы-юғалтыуҙар ҙа еңеләйә. Әле республикабыҙҙың Әбйәлил, Белорет райондары халҡы ташҡындан ҙур зыян күрҙе. Ҡойма ямғыр үтте лә китте, ә уның эҙемтәһе булып емереклек, юҡлыҡ, ҙур мәшәҡәттәр ҡалды.
Эйе, бөгөн был төбәктәрҙә хәл шәптән түгел. Хәйерһеҙ ташҡындың мул уңышты йыйыу ваҡытына тура килеүе хәлде бермә-бер киҫкенләштерҙе. Халыҡтың яҙ, йәй буйы үҫтергән йәшелсәһен, емеш-еләген, бәрәңгеһен һыу йыуып алып китте. Ә ҡышын мал-тыуарҙы аҫрар өсөн әҙерләнгән бесән кәбәндәре, һалам эҫкерттәре һуң? Баҫыуҙарҙа уңыш бирергә әҙерләнеп ултырған иген дә һыу аҫтында серене. Ауыл халҡы, тотош район өсөн бына ошо ул ҙур ҡаза.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы, әлбиттә, был осраҡта ла битараф ҡала алманы. Республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе бәлә күргән райондарға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләй. Тәү сиратта республиканың ташҡындан һәм ҡоролоҡтан зыян күрмәгән бай райондарына, ундағы хужалыҡ етәкселәренә һәм ҡулынан килгән һәр кемгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Милләттәштәребеҙгә иген, картуф, йәшелсә, бесән, һалам бик кәрәк. Бөгөн барыбыҙҙан да ярҙамсыллыҡ, миһырбанлылыҡ һәм кеше ҡайғыһын аңлай белеү талап ителә.
Ярҙамды аҡсалата күрһәтергә лә мөмкин. Әйткәндәй, был йәһәттән үҙебеҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә тырышты. Һәр кем үҙенең бер көнлөк эш хаҡын бәлә күргән райондарға ярҙам иҫәбенә күсерҙе лә инде. Бер кеше өсөн был бик ҙур аҡса тойолмаһа ла, күмәклегебеҙҙе иҫәпкә алғанда, шаҡтай ғына йыйыла. Ошо йәһәттән беҙ республиканың төрлө ойошмалары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙән үрнәк алып, ҡулдан килгәнсә матур ярҙам күрһәтегеҙ!
Әбйәлил, Белорет тарафтарына барып, ташҡын килтергән зыянды үҙ күҙе менән күрмәгән кешеләр бихисап, әммә, шаһиттар әйтеүенсә, унда хәл ысынлап та аяныслы. Әбйәлил районының ҡайһы бер ауылдарына әйберләтә ярҙам талап ителә. Шуға күрә “Башҡортостан” гәзите йәнә акция иғлан итә: 20 авгусҡа тиклем гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторабыҙ. Зыян күреүселәргә һәйбәт тороштағы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба, уйынсыҡтар, китаптар — бөтәһе лә бик кәрәк. Әйберҙәрҙең иҫке булмаҫҡа тейешлеген аңлайһығыҙҙыр. Уларҙы беҙҙең редакцияға килтерә алаһығыҙ. Белорет районының яҙғы ташҡында ҙур зыян күргән Ғәбдөк ауылы кешеләренә ярҙам талап ителгәндә, бик күп уҡыусыбыҙ әүҙемлек күрһәткәйне. Әле лә, ҡыҙыу мәл булыуға ҡарамаҫтан, ватандаштарыбыҙҙың бәләһенән ситтә ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ.
мөхәрририәт.
Линиза Сәғәҙиева, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы:
— Көндәр йылынды, йылғалар үҙ ярҙарына әкренләп ҡайта. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла йорттарын тәртипкә килтереүгә, йыйыштырыуға тотондо, малдарын ҡырҙан алып ҡайтты. Бөгөн ташҡындан бәлә күргән ауылдарҙа урындағы һәм райондың махсус комиссиялары эшләй. Һәр йортта күрелгән зыян күләме тикшерелә, барыһы ла ғәҙел иҫәпләнә. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә акт төҙөлөп, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына тапшырыласаҡ.
Әле районда эсәр һыуҙы таҙартыу буйынса эш бара. Асҡар ауылының күп ҡатлы йорттар һәм социаль объекттар подвалдарында йыйылған һыу, һыу башнялары, ҡоҙоҡтар махсус ҡорамалдар менән таҙартыла. Барлығы илленән ашыу мотопомп йәлеп ителгән, Мәләүез, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Ейәнсура районынан килгән техника эшләй. Яҡтыкүл, Йәнгел күлдәрендәге гидротехник ҡоролмалар — күҙәтеү аҫтында. Өфө ҡалаһынан килгән махсус комиссия Ҡыҙыл йылғаһының үҙәнен ҡайтанан үҙгәртеү буйынса проектты тикшерә, Башҡортостан Президенты тәҡдим иткән Яҡтыкүлдә дамба төҙөү буйынса эште ҡарай. Шулай уҡ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, районда булып, зыян күргән хужалыҡтарҙың баҫыуҙар торошон тикшерҙе.
Рәйлә Ғүмәрова, Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы:
— Биләмәгә ҡараған ун ауылдың бишәүһе һыу аҫтында ҡалды. Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш, МТС, Сиҙәм, Булат ауылдарында зыян күреүселәрҙең иҫәбен алып, документтар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Бөгөн ауыл хакимиәте һәм райондан килгән махсус ярҙам менән юлдар төҙөкләндерелә. Сибай — Асҡар автобус юлы тергеҙелде, әле Әбдрәш ауылына юл асыла. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла йорттарына ҡайтты, мал-тыуарҙы теүәлләү, ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эш башланды.