Сибайҙар битараф ҡалманы14.08.2013
Әбйәлил халҡы кисергән афәткә сибайҙар ҙа битараф ҡалманы. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, Ҡыҙыл йылғаһы ташыу сәбәпле, “утрау”ҙа ҡалған Түбәнге һәм Үрге Әбдрәш ауылы халҡына тимер юлы аша ярҙам күрһәтелде.

Ҡаланың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү комплексы директоры Илһам Әбделғужин етәкселегендәге төркөм Сибай – Өфө поезы менән мөһим кәрәк-яраҡ – дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып барҙы. Ауылға илтеүсе юлды ямғыр йыуыу арҡаһында, гуманитар ярҙамды ауыл халҡы үҙҙәре ҡаршы ала. Илһам Факил улы әйтеүенсә, ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов тарафынан эшҡыуарҙар алдына бәләгә тарыусыларға тиҙ арала ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылған. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, берҙәм һәм дәррәү эш итеү һөҙөмтәһендә Әбдрәш халҡына тәүгеләрҙән булып ваҡытында ярҙам күрһәтелде.
Әле халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә Әбйәлил районы халҡына әйбер йыйыу дауам итә.


Вернуться назад