Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте14.08.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларындағы, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондарындағы территориаль бүлеге белгесе Бәхтиева Ғәлиә Шәйғәрҙән ҡыҙы, Ейәнсура районының Ҡаҙанбулаҡ ауыл Советы хакимиәтенең баш бухгалтеры Вейденбах Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәтенең хеҙмәткәрҙәр биналарын йыйыштырыусыһы Ғәлләмова Зөлфиә Ғибаҙулла ҡыҙы, Баҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғималетдинов Илһам Ҡадир улы, Көйөргәҙе районының Эшҡыуарҙар советы рәйесе Иләкәева Зөләйха Миңлеғәле ҡыҙы, Туймазы район Советының ойоштороу бүлеге етәксеһе Ҡадирова Илһөйәр Фән ҡыҙы, Балтас районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Муллағәлиев Рәшит Рәсих улы, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәтенең бухгалтерлыҡ иҫәбе бүлеге етәксеһе — баш бухгалтеры Прусакова Любовь Ивановна, "Салауатбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең технологик процестарға идара итеү буйынса автоматик системалар идаралығы етәксеһе Сабанов Борис Викторович, Нуриман районының Яңы Күл ауыл Советы хакимиәте башлығы Сакаев Глүс Флүс улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад