Ергән егете — чемпион!27.12.2011
Ергән егете — чемпион!Республикала милли көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Быйылғы эштәрҙе генә барлағанда, спорттың был төрө буйынса Башҡортостан Президенты Кубогына һабантуй еңеүселәре араһында I асыҡ республика турниры, Салауат һәм Өфө ҡалаларында чемпионат, Рәсәй беренселеге ойошторолдо.
Һуңғыһында, декабрҙә баш ҡалала үткән бәйгелә, илдең 28 төбәгенән 300 тирәһе, шул иҫәптән Башҡортостандан 17 спортсы көс һынашты. Йәштәр араһында — алты, өлкәндәрҙә туғыҙ ауырлыҡ категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Дөйөм алғанда, Башҡортостан командаһы алты алтын, һигеҙ көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.
Еңеүселәр араһында Мәләүез районының Ергән ауылынан Альберт Рәхмәтуллин да бар. Өлкәндәр командаһында 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы буйынса I урынды яулаған егет был еңеүе менән өсөнсө тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булды. Альберт 25 йәштә, Стәрлетамаҡ физкультура институтында белем ала. Ҡатыны Зәлиә менән ҡыҙ үҫтерәләр.
— Донъяның төрлө тарафынан йыйылған иң көслө көрәшселәр араһында еңеү яулауым өсөн тыуған Башҡортостаныма рәхмәтлемен, — ти Альберт Рәхмәтуллин. — Төбәгебеҙҙең киләсәктә данлы көрәшселәре менән киң танылыу алырына ышанам.


Вернуться назад