“Танып” үҙен танытты27.12.2011
“Танып” үҙен танытты2005 йылдың сентябрендә Асҡын районында гүзәл “Танып” шифаханаһын асыу тантанаһы булғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында республиканың төньяҡ районындағы тәүге — заманса архитектуралы, мөһабәт биналы, иҫ киткес файҙалы дауалары менән һөйөндөргән ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһы халыҡ араһында ҙур абруй яуланы. Был тарафтарҙа заман талаптарына ярашлы санаторийҙың төҙөлөүе — ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай үҙгәреш, халыҡ тормошона өр-яңы һулыш, эш урындары, асфальт юлдар, элемтә, сауҙа бәйләнеше килтергән шифахана республика халҡы өсөн дә ҡиммәтле бүләк булды.
Бөгөн төбәктәге тәбиғи байлыҡ — Ҡаҙансы минераль һыу сығанағы — кешеләр сәләмәтлеге файҙаһына хеҙмәт итә. Ҡиммәтле ресурстарҙы хужаларса һаҡсыл тотоноу буйынса ҙур эш башҡарыла. Бындағы шифалы сығанаҡтар Рәсәйҙә дан ҡаҙанған Мацеста һәм чехтарҙың Карловы Вары курорттарында ғына булыуы билдәле.
Шифаханалар араһында иң “йәше” булыуға ҡарамаҫтан, үҙен республиканан ситтә лә танытып өлгөргән, Бөтә Рәсәй форумдарында ҡыйыу ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөргән коллектив хөрмәткә лайыҡ. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә ул ил күләмендәге абруйлы йыйында өс көмөш һәм ун бер алтын миҙал менән наградланды. Былтыр, мәҫәлән, “Минераль һыуҙарҙы дауалау-иҫкәртеүҙә ҡулланыуҙың иң яҡшы технологиялары”, “Иң яҡшы шифахана” номинацияларында — алтын, “Иң яҡшы тергеҙеү медицинаһы технологиялары” номинацияһында көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Үтеп барған Ҡуян йылы ла таныптарға уңыш, абруй килтерҙе. “Шифахана-2011” Бөтә Рәсәй форумында бер юлы өс алтын миҙал яулап, уңышлы эшен, өлгөрлөгөн тағы бер ҡат раҫлап, үҙенә ышанысты нығытты. “Танып”тың тәүге көндәренән үк етәкселек эшен иңенә йөкмәгән Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов “Иң яҡшы шифахана етәксеһе” исемен алһа, коллектив “Менеджмент һәм маркетингты тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшы ойошма”, “Курортта һауыҡтырыуҙың иң яҡшы технологиялары” номинацияларында еңеүгә өлгәште.


Вернуться назад