Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек!13.08.2013
Хөрмәтле туғандар!
Һуңғы йылдарға хас булмағанса, көслө яуым-төшөм арҡаһында республиканың таулы райондарында бәләкәй йылғалар ярҙарынан сығып, яҡын урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫты. Ҡыҙыл йылғаһының кинәт ташыуынан бигерәк тә Әбйәлил районы ауылдары зыян күрҙе. Сабынлыҡтар, йорт-хужалыҡтар һәм баҡсалар һыу аҫтында ҡалды. Ҡаза ауыл кешеләрен киләһе ҡышҡа утын-бесәнһеҙ ҡалдырҙы, йөҙҙәрсә ғаилә картуф һәм башҡа төр йәшелсә уңышынан мәхрүм булды. Килеп тыуған шарттарҙа уларға баштарына ҡапыл килеп төшкән ҡаза эҙемтәләрен дәүләт һәм йәмғиәт ярҙамынан тыш еңеп сығыу бик ауырға төшәсәк. Иң элек улар мал аҙығы һәм йәшелсә һатып алыу өсөн аҡсаға мохтаж.
Беҙҙең халыҡта әүәл-әүәлдән бәләгә тарыған туғандарға ярҙам итеү йолаһы һаҡланып килә. Бөгөн Әбйәлил халҡы һеҙҙең менән беҙҙең ярҙамға мохтаж. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты советы республиканың бөтә халҡына ауыр шарттарҙа ҡалған ауыл кешеләренә ҡулдарынан килгәнсә финанс ярҙамы күрһәтергә саҡырып мөрәжәғәт итә.
Аҡсаны түбәндәге реквизиттар буйынса махсус иҫәпкә күсерергә мөмкин:
Реквизиты банка:
БФ МР Абзелиловский район РБ
ИНН 0201995162 КПП 020101001
Банк получателя: ОАО “Социнвестбанк”, г. Уфа
р/сч: 40703810001150000054
БИК: 048073739
к/сч: 301018109000000000739.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты советы.


Вернуться назад