Тергеҙеү йылдам бара13.08.2013
Әбйәлил һәм Белорет райондарындағы ташҡын эҙемтәләре бөтөрөлә. 11 августа Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика комиссияһы ағзалары Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев етәкселегендә федераль радиоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Сарала һыу баҫыуға дусар булған төбәктәрҙең вәкилдәре сығыш яһаны. Әле Әбйәлил һәм Белорет райондарында тергеҙеү эштәре бара, мөгәрәптәрҙән һәм баҙҙарҙан һыу һурҙырып алына. Был эште бөгөн тамамларға тейештәр. Бынан тыш, Яҡтыкүл һәм Сыбаркүлдәге, Йәнгел, Тырка һәм Дарыуҙы йылғаларындағы биш гидротехник ҡоролманың торошо күҙәтелә. 10 августа Әбйәлил районында пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында гидротехник ҡоролмаларҙың торошон тикшереү буйынса разведка эштәре алып барылды. Асҡар — Дәүләт, Мораҡай — Озерное, Сиҙәм — Яңауыл маршруттары буйынса осто был аппараттар.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм район хакимиәте вәкилдәре етәкселегендәге комиссия матди зыянды баһалау һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн өй беренсә йөрөй. Шулай уҡ сығымдарҙы ҡаплау өсөн район һәм республика бюджеттарынан аҡса бүлеү ойошторолған.
Ауылдарҙың йәшәйешен тәьмин итеү системалары аяҡҡа баҫтырылған. Автомобиль юлдарынан хәрәкәт итергә мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн кешеләр һәм техника етерлек.