Иғтибар үҙәгендә — ташҡын13.08.2013
Шәмбе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил төбәктәрендәге ҡатмарлы метеорологик хәл менән бәйле Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарған видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда Волга буйында, Уралда һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү саралары тикшерелде.
Дәүләт башлығының фекеренсә, “бөтәһе лә иң элек кешеләр мәнфәғәтендә, уларҙың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан сығып эшләнергә тейеш”. Рәсәй Президенты төбәк етәкселәрен һәм федераль ведомстволарҙы хәлде киләсәктә ярҙам күрһәтеү, кешеләргә булышлыҡ итеү, уларҙың хужалығын һәм юғалған мөлкәтен тергеҙеү зарурлығын иҫәпкә алып анализларға саҡырҙы.
Рөстәм Хәмитов Белорет һәм Әбйәлилдә һыуҙың 8 августа көндөҙ кинәт күтәрелә башлауын билдәләне. Ике көн эсендә 250 миллиметр күләмендә ямғыр яуған, был 5–6 айлыҡ норма тигән һүҙ.
— Силәбе өлкәһе менән сиктәш булған был биләмәлә беҙҙең “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты һәм Яҡтыкүл урынлашҡан. Унда бик тиҙ ярҙарынан сығып, ауылдарҙы баҫҡан бер нисә йылға аға. Ун ауыл һыу аҫтында ҡалды, йәғни 250 йорт һәм ихата тураһында һүҙ бара. 800-ләп кешене эвакуацияланыҡ, шуның 250-һе — балалар. 700 кеше ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына оҙатылды, улар ғәҙәттән тыш хәлдең тамамланыуын алты мәктәптә көттө, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республика Президенты үҙенең сығышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Эске эштәр министрлыҡтарының һәм урындағы властарҙың берҙәм, оператив эшләүен билдәләне.
— Иң мөһиме — ҡорбандар, социаль объекттарҙа емереклектәр юҡ, — тип билдәләне республика Президенты. — Әлбиттә, баҡсалар, үҫентеләр, ауыл хужалығы ерҙәре зыян күргән, ләкин халыҡ араһында бер ниндәй ҙә ығы-зығы күҙәтелмәне. Ғәҙәттән тыш хәл кешеләрҙе берләштерҙе.