“Кроношпан”дың файҙаһы күберәк13.08.2013
“Кроношпан-Башҡортостан” ағас эшкәртеү предприятиеһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо әллә ни ҙур булмаясаҡ. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, яңы производствоны бөтә яҡлап өйрәнгәс, шундай һығымтаға килде. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән Нина Никандрова хәбәр иткәнсә, экологтарҙың теоретик һығымталары ғәмәлдә лә раҫлана.
Атап әйткәндә, 9 августа дәүләт һәм бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаларының эксперт экологтары, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары, Өфө районынан бер нисә кеше Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһындағы “Кроношпан” предприятиеһында булып ҡайтты. Экологтарҙың фекеренсә, тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеү Европа кимәлендәге заманса технологияларҙы файҙаланыу иҫәбенә өлгәшеләсәк. Был бөтә йүнәлештәргә, шул иҫәптән бысраҡ матдәләрҙе һауаға сығарыуға, бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыуға, тупраҡты һаҡлауға һәм ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүгә ҡағыла.
Атап әйткәндә, санитария-һаҡ зонаһы сиктәрендә атмосфераға бысраҡ сығарыу рөхсәт ителгән кимәлдән байтаҡҡа кәм буласаҡ. “Кроношпан” предприятиеһында булғандан һуң, экологтар ғәмәлдәге таҙартыу ҡоролмалары системаһы менән танышты һәм шуға ышанды: таҙартылмаған һыуҙарҙы сығарыуға, бысраҡ матдәләрҙең һыу объекттарына эләгеүенә юл ҡуйылмай. Ҡоролмаларҙа бысраҡ һыуҙы таҙартыу кимәле 95 процент самаһы тәшкил итә.
“Кроношпан” компанияһы Башҡортостанда йыл һайын 2,5 миллион кубометр ағас эшкәртмәксе. Шуныһы мөһим: ҡырҡылған ағас урынына яңыһы ултыртыласаҡ. Был урманды тергеҙеүҙе сифатлы һәм күләмле үткәрергә мөмкинлек бирә.