"Министр булырға теләйем!"13.08.2013
"Министр булырға теләйем!"Әлшәй районында производство бригадаларының республика слеты уҙҙы. Бындай тәүге бригадалар 1954 йылда Ставрополь крайында төҙөлә. Тиҙҙән уҡыусыларҙың саҡырыуын башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла хуплап ҡаршы алалар.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында был хәрәкәт күп ерҙә туҡталып ҡалды. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда уҡыусыларҙың 220 производство бригадаһы иҫәпләнә. Ауыл хужалығының йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ, баҫыусылыҡ һәм умартасылыҡ кеүек йүнәлештәре үҫеш алды.
Слетҡа Ауырғазы, Бишбүләк, Дыуан, Ишембай, Мәсетле, Хәйбулла, Туймазы, Учалы, Нуриман, Илеш һәм Әлшәй райондарынан 11 команда йыйылды. "Министр булырға теләйем!"Һөнәри оҫталыҡҡа ярыш ике көн дауам итте. Ул һигеҙ номинация — баҫыусылыҡ, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, машина менән һауыу оҫталығы, бригадирҙар, механизаторҙар, малсылыҡ, умартасылыҡ — буйынса үткәрелде, агитбригадалар конкурсы булды. Йәш һауынсылар һәм малсылар фермала эшләһә, механизаторҙар тракторҙа баҫыуға сыҡты, ә бригадирҙар ҡул аҫтында эшләүселәрҙең хеҙмәтенә баһа бирҙе.
Ярыштарҙың теоретик һәм практик өлөшөн абруйлы жюри баһаланы. Уның составында Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессорҙары, "Министр булырға теләйем!"республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Балалар экология-биология үҙәге вәкилдәре, Аксен техникумы уҡытыусылары һәм райондың ауыл хужалығы белгестәре бар ине.
Беренсе урын Әлшәй йыйылма командаһына бирелде, уға шулай уҡ район хакимиәте башлығы призы тапшырылды. Дыуан районының мәктәп бригадаһы — икенсе, Нуриман уҡыусылары өсөнсө урынға сыҡты. Бишбүләктәр командаһы республика слетының абсолют еңеүсеһе тип табылды.
Слет уҡыусылар хәтерендә сағыу ваҡиға булып ҡаласаҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең теләктәре уйылып яҙылған төҫлө шарҙарға "Ауыл хужалығы министры булырға теләйем", "Тыуған ауылымды тергеҙеү өсөн ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләйәсәкмен", "Бөтә бригадабыҙ менән ауыл белгестәре буласаҡбыҙ" тип яҙылғандары ла бар. Эйе, бик һәйбәт булыр ине...

Владислав КАЗАДАЕВ, жюри рәйесе, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты:
— Слеттың маҡсаты изге — ауыл йәштәрен хеҙмәткә өйрәтеү һәм тәрбиәләү традицияларын дауам итеү, крәҫтиән хеҙмәтенең абруйын күтәреү, ергә һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү. Икенсенән, бындай конкурстар уҡыусыларға ауыл хужалығы йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарына, техникумдарға, училищеларға инеү өсөн һәйбәт әҙерлек тә булып тора. Өҫтәүенә, мәктәп бригадалары ауыл хужалығы белгестәре, оҫта етәкселәр булып китһен өсөн башланғыс этап та. Бер һүҙ менән әйткәндә, слет — хеҙмәт кешеләрен үҫтереү мәктәбе ул.


Вернуться назад