“Берҙе биш итеп йәшәп өйрәнергә ваҡыт”27.12.2011
“Берҙе биш итеп йәшәп өйрәнергә ваҡыт”“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, “Трал” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов – башҡорт йәмәғәтселегенә күптән таныш һәм үҙ кеше. Ул – танылған эшҡыуар, хөрмәтле ғаилә башлығы. Һәр ваҡыт тыныс, түҙемле, һәр һүҙе үлсәнгән уның. Был шәхескә өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, ябай эшселәр һәм власть вәкилдәре лә хөрмәт йөҙөнән ҡарай. Хәйриә эштәре менән дә күптәргә билдәле.
“Ысын ир-егет йорт һалырға, ағас ултыртырға, улдар үҫтерергә тейеш”, ти халҡыбыҙ. Риф Шәрифрахман улы тап ошо боронғо башҡорт ҡанунына таянып йәшәй һәм эшләй. Билдәле эшҡыуар, күренекле йәмәғәт эшмәкәре өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Эйе, быларҙы һанап сығыуы ғына еңел. Ә уларға өлгәшеү, халҡыңдың ихтирамын яулау өсөн һәр көн, һәр минут көсөргәнешле хеҙмәт, маҡсатлы һәм сабыр булырға кәрәклеген үҙе генә беләлер.
Риф Шәрифрахман улы, оҙаҡ йылдар милицияла эшләп, 1995 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Тап ошо ваҡыттан Риф Иҫәнов эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәтселек эшенә әүҙем тотоноп китә. Бер аҙҙан коммуналь хужалыҡта йылдар буйы тупланған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, тәүәккәлләп, Калинин районы хакимиәте ҡарамағында “Трал” муниципаль унитар предприятиеһын ойоштора һәм уға етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Бөгөн Риф Иҫәновтың сауҙа-сервис үҙәктәре, ҡунаҡхана-сервис комплексы эшләй. Ерҙән дә ситләшмәй милләттәшебеҙ. Иглин районының Надеждино ауылында малсылыҡ комплексын һатып ала, үҙенең тыуған районында ең һыҙғанып игенселек һәм малсылыҡ менән дә шөғөлләнә.
“Барыһы ла тырышлыҡҡа, ныҡышмаллыҡҡа, дөрөҫ һәм аныҡ маҡсат ҡуйыуға, закондарҙы теүәл белеүгә ҡайтып кала. Ҡулыбыҙға килеп ингән аҡсаны туҙҙырмайынса, берҙе биш итеп йәшәп өйрәнергә күптән ваҡыт. Эшҡыуар мөмкин булмаҫтай тойолған эштәрҙе лә атҡарыусы, юҡты – бар, берҙе – биш, биште – йөҙ, йөҙҙө мең итеүсе кеше”, – ти Риф Шәрифрахман улы.
Йәмәғәтселек эшендә лә иң тәүҙә халыҡ фекерен иҫтә тотоп хәл итеүсе ул. Милли ҡомартҡыбыҙ Торатауҙы ла иң беренселәрҙән булып ҡурсалап сығыусы тап “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге булды. Эшҡыуар “Башҡортостан” гәзите менән дә яҡын дуҫ. Мәҫәлән, редакция иғлан иткән “Районымдың ете мөғжизәһе” конкурсының төп бағыусыһы ла – ул.


Вернуться назад