Ялдан һуң анһат түгел13.08.2013
Йәй — ял итеү, отпусктар мәле. Һәр кем көтөп алған был йәмле ваҡытты берәүҙәр баҡсаһында үткәрә, икенселәр ауылға, туғандары янына юллана, өсөнсөләр йылы яҡҡа, диңгеҙ буйына ашыға. Оҙайлы ялдан һуң үҙеңде нисек эшкә көйләргә, көндәлек хеҙмәт режимына нисек инеп китергә?
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, отпускта булғандан һуң эштән китеү, хеҙмәт урынын алмаштырыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Бының сәбәбен психологтар тәьҫораттарға бай, сағыу хәтирәләр менән тулы ялдан һуң бер төрлө, ялҡытҡыс эш ритмына өйрәнеп китә алмау менән бәйләй. Кешенең һаман да күңеле менән ялын дауам итеүе лә ихтимал. Уға эшенең мәғәнәһе юғалған төҫлө тойола башлай, күңеле толҡа тапмай һәм үҙ теләгең менән китеү тураһындағы ғаризаның етәксенең өҫтәленә барып ятыуы ла мөмкин.
Ялдан һуң эш ағышына тиҙерәк инеп китеү өсөн бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотоу ҙа етә:
— отпускка киткәндә бар эшегеҙҙе тамамлап, ултырған урынығыҙҙы тәртипкә килтерергә тырышығыҙ, сөнки ялдан һуң һеҙҙе йыйыштырылмаған өҫтәл, туҙып ятҡан ҡағыҙҙар һәм тамамланмаған проекттар ҡаршы алһа, был хәл кәйефегеҙҙе төшөрөр;
— урынығыҙға ҡалған кешегә бөтә эште күрһәтеп, аңлатып, ентекле инструкция биреп китеү ҙә ҡамасау итмәҫ. Улай итмәгәндә, ялығыҙҙың телефон аша коллегалар менән эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әйләнеүе бар, хатта эшкә саҡыртып йөҙәтеүҙәре мөмкин;
— әгәр ҙә мөмкинлек булһа, эшкә шаршамбы йәки кесе йома көндә сығырға тырышығыҙ. Ул саҡта отпусктан һуң тулы аҙна түгел, ә ике-өс эш көнө тура килә, ә был үҙ сиратында хеҙмәт ритмына яйлашыуға ыңғай яҡтан ғына йоғонто яһаясаҡ, сөнки бер нисә көндән һуң тағы ла ял итеү уйы күңелгә тыныслыҡ өҫтәй;
— тәүге көндән үк ҙур проекттарға тотонмағыҙ. Эш көнөгөҙҙө отпускта булғанда йыйылып киткән ҡағыҙҙар, хаттар менән танышып сығыуҙан башлағыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ менән төрлө яңылыҡтар, үҙгәрештәр тураһында фекер алышығыҙ;
— отпуск мәлендә йәшәгән ерегеҙҙән ситкә китеп ял итһәгеҙ, ике-өс көнгә алдан ҡайтырға тырышығыҙ. Шулай иткәндә, организм өйрәнгән режимына кире күсеп өлгөрәсәк. Ә "иртәгә — эшкә" тигән көндә сәйәхәттән ҡайтып, юл сумкаларын да рәткә килтермәйенсә киләһе көнгә ҡабалан әҙерләнә башлау бер ҙә һеҙҙең файҙаға булмаҫ.
Ялығыҙҙың матур һәм файҙалы үтеүен, яҡты тәьҫораттарға бай булыуын теләп ҡалабыҙ.