Өсөнсө баҡса сафҡа инде10.08.2013
Өсөнсө баҡса сафҡа индеНефтекама ҡалаһының юбилей йылында төҙөүселәр халыҡты яңы объекттар менән ҡыуандырыуҙан туҡтамай. Айырыуса мәғариф учреждениеларының һаны арта.

Мәҫәлән, йыл башынан ҡалала өсөнсө балалар баҡсаһы асылды. Тәүгеһе реконструкциянан һуң сафҡа инһә, февралдә өр-яңы “Ҡояшҡай” барлыҡҡа килде. Күптән түгел иһә ҡаланың “Көнсығыш” тип аталған яңы биҫтәһендә заманса биҙәлеше менән күҙҙең яуын алып торған 220 урынлыҡ 42-се балалар баҡсаһы сабыйҙарҙың күңелле тауышына күмелде. Ул ихатаһының ҙурлығы, төрлө йәштәге балаларға тәғәйенләнгән бихисап уйын майҙансығы, бүлмәләрҙәге йыһаз менән элегерәк төҙөлгән кескәйҙәр учреждениеларынан ныҡ айырыла. Тағы ла шуныһы: баҡсаға үҙәктән ситтәрәк ятҡан өс яңы биҫтәлә, ҡалаға ҡараған Ҡырымһарай һәм Ташкинов ауылдарында йәшәгән 200-ҙән ашыу йәш ғаиләнең балалары ла йөрөйәсәк.
Яңы мәғариф учреждениеһы, “Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы, “Башҡортостандың Капиталь төҙөү идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының заказы буйынса төҙөлдө. Уны сафҡа индереүгә 109 миллион һум аҡса тотонолған. Бинаны төҙөү, биҙәү, йыһазландырыу эштәрен “Нефтекамскстройзаказчик” ойошмаһы сифатлы башҡарып сыҡҡан. Уның етәксеһе Владимир Громов балалар баҡсаһын асыу тантанаһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын шефҡа алыуҙары хаҡында белдерҙе.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов сығышында тыуымдың һиҙелерлек артыуын билдәләне.
— Ҡалала бығаса йыл һайын бер мең ярымдан ашыу сабый донъяға килһә, быйыл уларҙың һаны ике меңдән артты, — тине ул. — Йәш нефтекамаларҙың заманса, уңайлы шарттарҙа үҫеүен, тәрбиәләнеүен тәьмин итеү — төп бурыстарыбыҙҙың береһе.


Вернуться назад