Ҡәберлек тулы... алтын10.08.2013
Рәсәй Фәндәр академияһының археология институтынан үҙенсәлекле табыш тураһында хәбәр иттеләр. Бөтә донъяға билдәле Филиппов ҡурғанында йомро алтын тәңкәләр уратылышындағы ҡатын-ҡыҙ ҡәбере табылды.

Ҡәберлек Ырымбур өлкәһенең Илек районында табылды. Ҡаҙыу эштәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультеты студенттары, шулай уҡ Ырымбур тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ҡатнашты. Археология экспедицияһына тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының археология институты скиф-сармат археологияһы бүлеге мөдире Леонид Яблонский етәкселек итә.
Ҡәберлектә шулай уҡ сыбыҡтан үрелгән ҙур булмаған һандыҡ, уның эсендә айыу һыны рәүешендә алтын һаплы ағас һауыт; фарсы оҫталары етештергән быяла һауыт, януар рәүешендәге ҡойоп эшләнгән көмөш һаплы көрөшкә, бронза тәмәке һауыты, сиктәре алтын менән йөҙләнгән тотҡалы бронза көҙгө, алтын балдаҡтар, остары бронзанан эшләнгән уҡтар тултырылған һаҙаҡ һәм күп кенә башҡа алтын артефакттар булып сыҡты.
Ғалимдарҙың фекеренсә, алтын әйберҙәрҙең күплеге ерләнгән ҡатындың юғары социаль статусы тураһында һөйләй. Был табыш — грек тарихсыһы Геродоттың яугир ҡатындар, йәғни амазонкалар тураһындағы дәлиленең тағы бер раҫланышы.
Леонид Яблонский археологик табышты сенсацияға торошло тип баһалай. Уның фекеренсә, бындай табыш 200 йылға бер тапҡыр була һәм донъя әһәмиәтенә эйә.
ХIХ быуаттан уҡ билдәле Филиппов ҡурғанын ҡаҙыу эштәре 1985 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Анатолий Пшеничнюк етәкселегендәге археологик экспедицияһы тарафынан башланғайны. Тап шул саҡта 28 ҡурғандың береһендә сармат башлығының үҙәк ҡәберлеге тикшерелгәйне. Уның борон замандарҙа уҡ таланған булыуына ҡарамаҫтан, археологтар алтын әйберҙәрҙең бай коллекцияһын тапты. Әле был табыш беҙҙең милли музейҙарҙа һаҡлана.


Вернуться назад