Кисә Бөрөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Беҙҙең кәңәшмә — республиканың йәмәғәт тормошонда мөһим ваҡиға. Мәғариф менән уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге — беҙҙең тормошобоҙға бәйле булған ғәйәт ҙур донъя ул, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһенең тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған төп бурыстарының береһе — заманса смарт-уҡытыуҙы, аҡыллы белем биреүҙе индереү.
Президент демография күрһәткестәренә ентекләп туҡталды, сөнки шуның нигеҙендә яңы мәғариф учреждениеларын төҙөү-төҙөмәү мәсьәләләре хәл ителә. Ул мәғариф өлкәһендә ҡулайлаштырыу барышына анализ яһаны. 2005 йылға тиклем республикала мәктәптәр һаны 3200–3300 менән иҫәпләнһә, 2010 йылға 1800-гә тиклем кәмене. Һуңғы ике йылда тағы 150–200 уҡыу йорто ошо процесҡа эләкте. Ҡулайлаштырыу йәһәтенән төп эш 2010 йылда уҡ үтәлде. Федераль ҡануниәт менән билдәләнгән нормаларға ярашлы, бер уҡытыусыға 15 уҡыусы тура килергә тейеш. Ҡулайлаштырыу ошо нисбәттән сығып үткәрелә лә инде.
Төбәк етәксеһе был күрһәткесте кәметеү яғына үҙгәртергә тәҡдим итте. Был иһә мәктәптәрҙе төптән уйламай бөтөрөүҙе туҡтатырға булышасаҡ.
— Беҙ мәктәптәрҙе ябырға түгел, ә маҡсатҡа ярашлылыҡтан сығып эшләргә бурыслыбыҙ. Бер уҡытыусыға 11–12 уҡыусы тигән күрһәткесте яҡлау өсөн тырышасаҡбыҙ. Субъекттар ошондай нисбәтте ҡабул итергә тейеш, тип белдерҙе республика етәксеһе.
Август кәңәшмәһендә тармаҡты финанслау күләме лә анализланды. Йыл һайын ул 20–25 процентҡа арта һәм былтырғы һөҙөмтәләр буйынса 48,3 миллиард һум тәшкил итте. Ошо ресурстар эш хаҡын күтәреүгә, мәктәптәрҙе яңыртыуға, яңы ҡорамалдар алыуға йүнәлтелә.
— Һандар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Әле уҡытыу өсөн яраҡһыҙ мәктәптәр бар. Хәлде беләбеҙ һәм йәшермәйбеҙ. Беҙгә мәғариф системаһы ҡаҙнаһын арттырырға кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
* * *
Башҡортостан Президенты Бөрө ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә булды. Бөгөн ул — ҡалалағы иң йәш һәм заманса мәктәп. Республика етәксеһен ошо уҡыу йорто миҫалында яңы электрон технологиялар менән таныштырҙылар. Был технологиялар тотош төбәктә индереләсәк.
Рөстәм Хәмитов биология, физика, математика кабинеттарын ҡараны. Уға өҫтәмә рәүештә 3D ҡорамалы менән йыһазландырылған интерактив таҡтаны күрһәттеләр. Биология кабинетында йәш белгес Наталья Белова 3D-проектор ярҙамында фәнде уҡытыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Президентҡа шулай уҡ ошо кабинетта урынлаштырылған һанлы лабораторияла тикшеренеү мөмкинлектәрен күрһәттеләр.
Рөстәм Хәмитов был ҡорамалдың ни кимәлдә стандарт булыуы, уның башҡа мәктәптәрҙә булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов бөгөн белем йорттарында яңырыу процесының нисек барыуы хаҡында һөйләне. Республика мәктәптәренә 350 интерактив таҡта ҡайтарылған, тағы ла 650-не һатып алаһы бар, тип хәбәр итте ул. Өҫтәмә 3D ҡорамалы комплектҡа инмәй. Башҡортостандың мәғариф учреждениеларын ошондай ҡорамал менән өҫтәмә йыһазландырыу өсөн 38 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.
— Бик шәп әйбер, алға ҙур аҙым, — тип билдәләне республика Президенты.
Рөстәм Хәмитовҡа йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса электрон дәреслекте күрһәттеләр. Ул китап форматында эшләнгән, мониторҙы һәм дәфтәрҙе үҙ эсенә ала. Балалар был дәреслекте тиҙ үк үҙләштергән.
* * *
Республика Президенты шулай уҡ ҡаланың 220 урынға иҫәпләнгән “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһын ҡараны. Яңыраҡ ҡына асылған учреждениены төҙөүгә республика бюджетынан 127 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһының яҡты, иркен бүлмәләрен, тамаша залын, йөҙөү бассейнын ҡарап сыҡты. Бина заманса мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, мәктәпкә бараһы балаларҙы әҙерләү өсөн интерактив өҫтәл менән иҙән бар. Ҡомдан һүрәт төшөрөү дәрестәре үткәреү өсөн махсус техника ҡуйылған.
Балтастар күперле булдыОшо уҡ көндө республика Президенты Рөстәм Хәмитов Балтас районының административ үҙәге Иҫке Балтас ауылындағы ике биҫтәне тоташтырыусы йәйәүлеләр өсөн иҫәпләнгән яңы күперҙе асыу тантанаһында ҡатнашты.
Күперҙең оҙонлоғо — 20 метр, ауырлығы — 10,5 тонна. Ул 26 тонна йөк күтәрергә һәләтле. Ҡоролма инновацион технологиялар буйынса тоташ композит материалдан һалынған, шуға ла тутығыуға бирешмәйәсәк.
— Европаның күп кенә илдәрендә ошондай күпер һалалар, Рәсәйҙә иһә был — беренсе тәжрибә, — тине “Рускомпозит” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Тәлғәт Фәтҡуллин.