Улар һалған йорттар ышаныслы!10.08.2013
Стәрлетамаҡ ҡалаһы “УМиМ плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эшен яратып, намыҫ менән башҡара.

Бынан алты йыл элек Стәрлебаш районы егете Хәйҙәр Яруллин үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була. Йорт һалыусы компанияларҙы махсус техника (төрлө крандар, йөк машиналары) менән тәьмин итергә уйлай ул. Әлбиттә, бындай ҡыйыу аҙымға барыу еңелдән түгел, ҡайҙа ҡараһаң да — конкуренция, ҡануниәт тә бизнес файҙаһына ғына эшләмәй. Әммә ике тиҫтәнән ашыу ғүмерен төҙөлөшкә арнаған ныҡыш ир ҡаршылыҡтарҙы йырып сыға, йүнселлек ҡануниәтен дә “һә” тигәнсә үҙләштерә. Дүрт берәмек техника һәм 11 кешенән генә торған предприятиеһы менән Хәйҙәр Шәрифулла улы эшҡыуарлыҡ донъяһына сума.
— Янымда һәр саҡ ышаныслы хеҙмәткәрҙәр булды — барлыҡ уңышымдың сере шунда! — ти бөгөнгө көндә күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тәғәйенләнгән 11 башня краны, ике автокраны һәм ҙур йөк ташыусы “КамАЗ”дары булған компания хужаһы. Ысынлап та, күп нәмә коллективтан тора шул.
Предприятиела әле 60 төҙөүсе эшләй. Кран машинистары, водителдәр, техниканы һәр саҡ сафта тотоусы инженерҙар, хеҙмәтләндереүселәр бер-береһен аңлап, бер маҡсат менән йәшәй. Сер түгел, оҙаҡ бергә эшләгәндәргә уңыштарҙы ла, уңышһыҙлыҡтарҙы ла бергә кисерергә тура килгән.
Башня краны участкаһы начальнигы Наил Еникеев, мәҫәлән, бында беренсе көндән хеҙмәт итә. Һәр эшсене, һәр техниканы үҙ организмындай яҡшы тоя. Шуға ла предприятие етәксеһе ошондай егәрле, булдыҡлы хеҙмәткәрҙәренә ҙур ышаныс, өмөт менән ҡарай.
— Монтажсылар Тимерхан Камалетдинов, Александр Васильев, слесарҙар Фәнүр Яҡшығолов, Юрий Бульц, Константин Ильин, кран машинистары Зинфира Ғәтиәтуллина, Рима Мансурова, Юнир Баһауетдиновтар — алыштырғыһыҙ эшселәр, ысын мәғәнәһендә үҙ хеҙмәтенең оҫталары, — тип ғорурлана Хәйҙәр Шәрифулла улы. “Барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар насип булһын” тигән изге теләктәрен дә еткерҙе ул байрам уңайынан.
...”УМиМ плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге, Стәрлетамаҡтан тыш, Стәрлебаш, Ауырғазы райондарында, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында ла яҡшы таныш. Ҡайҙа ғына барма, уларҙың хеҙмәте һалынған йорттар, дауаханалар күҙҙең яуын алып тора, иң мөһиме — улар ныҡлы, ышаныслы!


Вернуться назад