Йәшлек хыялына тоғро булып, яратҡан һөнәрен һайлаған һәм уға ғүмеренең иң яҡшы йылдарын биргән кеше ысын мәғәнәһендә бәхетле. Хеҙмәтенең башҡаларға шатлыҡ килтереүенән ҡәнәғәтлек алыу, уның һөҙөмтәләрен тағы ла матурыраҡ итергә ынтылыу – тап ошондай шәхестәрҙең тәҡдире.
Һөнәри байрамын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе булып ҡаршылаған Зинфира Ғәфетдиноваға тулыһынса ҡағыла был һүҙҙәр. Сирек быуатҡа яҡын Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы “Башнефтепромстрой” тресында маляр булып эшләй ул, етенсе йыл биҙәүселәр бригадаһын етәкләй. Һәр көн эшенә ҙур теләк менән барып, уны күңел биреп башҡара. Ниндәй генә бина булмаһын – күп фатирлы торлаҡ йортмо, балалар баҡсаһы йә мәктәпме, башҡа йүнәлештәге төҙөлөшмө – уларға матурлыҡ биреү тулыһынса малярҙарға йөкмәтелгән. Хәҙер донъялар үҙгәрҙе: дүрт мөйөшлө ҡумталарҙы хәтерләткән элекке йорттар урынына һәр ерҙә төрлө төҫтәре менән күҙҙең яуын алып, “көлөп” торған замансалары ҡалҡып сыға. Ҡыҫҡаһы, матурлыҡ тыуҙырырға ынтылғандарға бер ниндәй сикләүҙәр юҡ бөгөн...
— Краснокама районының Яңы Суғанаҡ ауылында тыуып үҫтем, — тип һөйләй Зинфира Зөфәр ҡыҙы. — Мәктәптә иң яратҡаным рәсем дәрестәре ине. Башҡа фәндәрҙән дә насар уҡыманым, шулай ҙа һүрәт төшөрөүгә әүәҫлек тәбиғәттән килгәндер инде. Йәй көндәрендә, бар күңелемде биреп, өй иҙәнен, ихата ҡоймаларын, башҡа ҡоролмаларҙы буяй инем. Шуға ла ҡайһы бер йәштәштәрем өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә ауырлыҡ тыуҙырған “кем булырға?” тигән һорау башыма ла килмәне.
Зинфира һигеҙенсе класты тамамлаясаҡ яҙҙа ауылға Нефтекаманың 27-се һөнәрселек училищеһынан киләләр. Улар өйҙән өйгә йөрөп, үҫмерҙәрҙе үҙҙәренә саҡыра. Ҡыҙ, әлбиттә, шунда юл ала ла инде. Колхоздың алдынғы һауынсыһы, яҡташтарының оло ихтирамына лайыҡ булып, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған әсәһенең үҙе янына фермаға саҡырыуы ла туҡтатмай уны. Был хәл уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары урталарында, йәш Нефтекама ҡалаһының удар комсомол төҙөлөштәре, егет һәм ҡыҙҙарҙың төрлө башланғыстары менән республикала ғына түгел, бөтөн ил буйынса билдәлелек яулаған ваҡытында була. Көн һайын тиерлек радио-телевизорҙан һөйләнгән, гәзит-журналдарҙа йыш яҙылған ҡалаға нисек бармайһың инде?! Күңелен ныҡлап яулай барған һөнәр серҙәрен үҙләштереү, практик дәрестәрҙә тейешле хеҙмәт күнекмәләре алыу, ниндәйҙер кимәлдә оҫталыҡ туплау ауырлыҡ тыуҙырмай йәш ҡыҙға.
— Училищела Зинфира алдынғылар рәтендә булды, — тип хәтерләй уның элекке уҡытыусыларының береһе, әлеге көндә “Башнефтепромстрой” тресының инженеры Флүрә Бушуева. – Ныҡышмалылығы, маҡсатына ынтылышы менән дә айырылып торҙо. Үҙаллы эшен дә яҡшы башланы, сифат тураһында уға бер әйтеү ҙә етә ине.
Йәшлек дәрте менән 1989 йылда аяҡ баҫҡан хеҙмәт юлынан әле лә уңышлы атлай Зинфира Ғәфетдинова.
Бөгөн “Башнефтепромстрой” тресының, нефтселәр менән эшләүҙән тыш, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә торлаҡ йорттар һәм социаль-мәҙәни объекттар төҙөүҙе уңышлы һәм ырамлы алып барыуында, әлбиттә, ул етәкләгән биҙәүселәр бригадаһының тос өлөшө бар. Үҙ ҡулы аҫтында эшләгәндәрҙән Рәзимә Сәитова, Светлана Шуматбаева, Тамара Шамтаева һәм Марита Сәләйеваларҙы айырым билдәләй ул. Республика кимәлендә танылыу алғанға ҡәҙәр бихисап бүләктәргә, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды Зинфира. Ә улар бушҡа бирелмәй... “БНПС”-тың генераль директоры Рәмил Ғүмәров юҡҡа ғына бригаданы тәүгеләр рәтендә "трестың ныҡлы нигеҙе" тип телгә алмай бит.
Яҡшы кешенең бар эштәре лә уң була, тигәндәй, тормошонан да йәм табып йәшәй Зинфира Зөфәр ҡыҙы. “Яҙмышыма рәхмәтлемен, — ти ул. — Училищены бөтөп, ҡанатланып эш башлаған көндәремдә ғүмерлек мөхәббәтем — Зинфирымды осраттым. Исемдәребеҙ тап килгәнгәме (көлә), шунан бирле бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, хатта күҙ ҡарашынан аңлап донъя көтәбеҙ. Улыбыҙ Руслан да ҡыуандыра: һөнәрселек училищеһын уңышлы тамамланы, десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты, әле беҙҙең треста иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Әсәле-уллы төҙөүселәр династияһын башланыҡ инде. Өйләнгәненә бер ай ҙа юҡ әле. Киленде үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек ҡабул иттек.
Ғәфетдиновтар — тулы мәғәнәлә эшселәр синыфы вәкилдәре. Ғаилә башлығы Зинфир Фирҙәүес улы сирек быуатҡа яҡын Нефтекама автомобилдәр заводында бар илгә киң билдәле “КамАЗ” үҙбушатҡыстарын, береһенән-береһе матур автобустар сығара. Хеҙмәтенән дә ҡәнәғәт, етәкселәре лә тырышлығын күрә.
Буш ваҡыттарын бергә үткәрергә тырыша Ғәфетдиновтар. Ҡәҙимге эш көнөнән һуң йоҡо алдынан парлашып яҡындағы ҡарағай урманына булһа ла барып әйләнәләр. Ҡыштарын төрлө концерттарға йөрөйҙәр, бигерәк тә спектакль ҡарарға яраталар. Йәй тәбиғәт ҡосағына сығалар, Ағиҙел, Кама буйҙарында ҡуна ятып балыҡ тоталар. Шулай ҙа уларҙың ял көндәре башлыса Нефтекаманан ике тиҫтә саҡрымдағы Яңы Суғанаҡта үтә. Ни эшләмәк кәрәк — ауылда тыуған кеше ергә тартыла инде: шуға ла йыл әйләнәһенә өҫтәлдәрендә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә һәм еләк-емеш өҙөлмәй. Зинфираның сәскәләре лә күптәрҙе һоҡландыра. Ир-егеттәргә берәй сәбәп менән өйҙә ҡалырға тура килгәндә лә аптырап тормай, рулгә үҙе ултыра ла тыуған төйәгенә юллана. Ышаныслы йөрөй ул машинала. Тормошонда һәм көндәлек эшендәге кеүек. Йәшәүҙән йәм һәм тәм табыусы башҡаса булдыра ла алмайҙыр.