Шәп кеше ул!10.08.2013
Шәп кеше ул!Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе эшҡыуар Радик Әхмәтйәнов эшмәкәрлеге хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин. Уның ике ҡатлы шәхси йортоноң ихатаһында урынлашҡан күркәм һәм йыйнаҡ бинала алты эшсе заказ буйынса евроҡойма, пластик тәҙрәләр һәм профнастил етештерә.

2011 йылда башлаған изге эште Радик. Һәр заказ ваҡытында үтәлгәнгә һәм сифатлы итеп башҡарылғанға, «Әхмәтйәнов» шәхси хужалығының тауарын күрше Салауат, Балаҡатай, Дыуан райондарынан ғына түгел, хатта Өфөнән, Иглиндән, Павловканан, Балтастан һорап алдырыусылар ҙа бар.Шәп кеше ул!
Мәктәп уҡыусыларына ла, мохтаждарға ла «ыһ» та итмәй ярҙам күрһәтә ул. Районыбыҙҙың Йыланлы ауылында һалынған мәсеткә лә, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге «Хәмзә» мәсетенә лә уның хужалығының ярҙамы ныҡ тейгән. Эше уң, изге булғанға ла клиенттары күп.
Радик Ғәлимйән улы һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, заказсылары менән яғымлы, аныҡ, аҡыллы һөйләшә белеүе мине ғәжәпләндерҙе. Баҡтиһәң, ул һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы икән!
Шәп кеше ул!Балтас районының Күҙәй ауылында тыуып үҫкән Радик 1993 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай. Өфө ҡалаһының 41-се мәктәбендә, аҙаҡ Ҡыйғының спорт комплексында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Нижневартовск ҡалаһында нефть быраулау эштәрендә һигеҙ йыл тир түккәндән һуң, бар тәүәккәллеген һалып, 2011 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлә.
Етенсе класты тамамлаған Аделина һәм өс йәшлек Азалияға яғымлы атай, Үрге Ҡыйғылағы профессиональ училищела уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләп, әле декрет ялындағы ҡатыны Гүзәлиәгә яҡшы терәк.
Бына шундай шәп кеше ул Радик!


Вернуться назад