Игелекһеҙ ғүмер оҙаймаҫ10.08.2013
Кешенең яҙмышы алдан яҙылып ҡуйылһа ла, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртеп була икән, тигән һығымтаға килдем, сөнки шундай хәҙис осраны: "Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, игелекһеҙ ғүмер оҙаймаҫ". Тимәк, намаҙ уҡып, доға ҡылып Аллаһҡа ысын күңелдән табынып яҙмышыңды һәйбәт яҡҡа үҙгәртеү мөмкин.
Минең тыуған ырыуымдың бер вәкиле, ауылдашым Миңлегөл дә, яҙмыш ниндәй генә һынауҙар биргәндә лә изге күңелле булып ҡалды. Кем генә, нисек кенә күңелен ҡырмаһын, ҡырыҫ өндәшмәһен, үткәреп ебәрә, ғәфү итә белә. Фәһем һәм ғибрәт өсөн Миңлегөлдөң күргәндәрен аҙыраҡ яҙып үткем килә.
Күп ваҡыт беҙҙең яҙмыштарыбыҙ ата-әсәнең нисек донъя ҡороп, балаларын тәрбиәләүенә бәйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Миңлегөлдөң ата-әсәһе бала тураһында уйлау урынына, нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү, бәхәсләшеү, үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатлау менән мауыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем ике ул, бер ҡыҙҙары тыуып ҡала. Ете йылдан һуң, ут-һыу кискән атайҙары әйләнеп ҡайта. Уны Миңлегөлдөң әсәһе кеше итеп алғас, ул балаларын ташлап, дүрт балалы күрше ҡатынға сығып китә. Әсәһе эшсән ине, нисек тә балаларҙы ас итмәҫкә тырышып, кәзә аҫрап, көнбағыш һатып, осон-осҡа ялғарға тырышты. Бер мәл кәзәләрен урлайҙар, өй иҫкереп туҙған... Йәшәргә әмәл ҡалмағас, район үҙәгенә күсеп, урыҫтарға ялланып эшләнеләр, төрлө кеше тупһаһында торҙолар...
Улдары армиянан ҡайтмай тороп ҡалды, ә Минлегөлдө, ҡул араһына ингәс, өләсәһе үҙенә алды. Ул ваҡыт ҡыҙға ун ике йәш тирәһе булғандыр, бөтә донъя эше уның өҫтөндә ине. Беҙҙең менән уйнарға ла сыға алманы. Олатаһы ҡаты һүҙле, талапсанлығы менән иҫтә ҡалған. Етенсе класты бөткәс тә, Миңлегөлдө һоратып килгән берәүгә бирҙеләр. Өс ҡыҙ, өс улдары донъяға килде. Бәләкәй улына ике йәш саҡта ире вафат булды. Буйға бәләкәй генә, ел иҫһә, осоп китерлек ҡатын, колхозда сөгөлдөр утап, мал тотоп, алты баланы тәрбиәләп үҫтереү менән бергә оҙаҡ йылдар өләсәһен ҡараны.
Өҫтәүенә бала сағында ташлап сығып киткән атаһына ла, ҡартайған көнөндә ҡыҙы кәрәк булып сыҡты.
Икенсе ҡатыны менән эскелеккә бирелеп, енәйәт эшләүгә барып еткәндәр. Ҡатындың улы килеп, эсмәҫкә өгөтләгән өсөн уны сәнсеп үлтерәләр. Ике тиҫтә йылға яҡын төрмәлә ултырып сыҡҡас, ҡатыны ҡыҙҙарына ҡайтҡан, ә атаһына барыр урын юҡ. Шул саҡта ғына үҙ балалары иҫенә төшә. Миңлегөл уны бер һүҙһеҙ ҡаршы алып, яҡшы тәрбиәләне. "Нишләп уны йортоңа индерәһең, уның арҡаһында күпме нужа күрҙегеҙ?" — тип әйтеп ҡараным. "Атайым бит, эргәлә булғас, миңә рәхәт", – тип яуапланы әхирәтем.
Минең ул ваҡытта Миңлегөлдөң был ҡылығы башыма һыймай ине. Хәҙер генә әхирәтемде аңлайым. Изге күңелле булғанғалыр инде, һикһәнгә етеп килгән Миңлегөл үҙ донъяһын үҙе көтә. Улдары тау кеүек өй һалып бирҙе. Ғаиләһе өсөн донъя тотҡаһы булып, бала-сағаларын аш-һыу менән ҡаршы алып, үҙ мәшәҡәттәре, ҡыуаныстары менән йәшәй.
Баҡсалағы алмағасҡа
Һары һандуғас ҡунды.
Балаларым килеп киткәс,
Бигерәк күңелем булды, —
тип таҡмаҡтар ҙа сығарып, йыуаныс табып йәшәй әхирәтем.