Беҙ килгәндә “Ҡояшҡай” кафеһы алдында машиналар теҙелеп киткәйне. Туй йәки башҡа төрлө байрам баралыр тигән уй үтте баштан. Эскә ингәс, барыһы ла аңлашылды: Сәйетбаба урта мәктәбен бынан 40 элек тамамлағандар осрашыуға йыйылған икән.
Күңелдәре булған ҡунаҡтар хушлашыр алдынан хужабикәгә рәхмәт уҡып бөтә алмай.
– Рәхмәт, бигерәк тәмле булды!
– Аш-һыуҙарығыҙ ҡайһылай шәп!
– Иҫән-һау эшләгеҙ!
Эйе, бөгөн Нәзирәгә ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Нәзирә Рәхмәтуллина – ошо ауыл ҡыҙы. Мәктәптән һуң ул да тиҫтерҙәре кеүек Салауат ҡалаһына юллана. Ашнаҡсыға уҡып, ғүмер буйы тигәндәй һөнәре буйынса эшләй. Әсәһе янына аҙна һайын ҡайтып йөрөгән ханымға:
– Ҡайҙа туҡланып сығырға мөмкин? – тип йөрөгән юлаусыларҙы йыш күрергә тура килә. Ҡайһылары хатта:
– Шул тиклем ҙур ауылда ни өсөн ашхана юҡ икән? – тип аптырай.
Нәзирә апай уйға ҡала. Ысынлап та, ауылға ҡунаҡтар күп йөрөй. Төрлө саралар йыш үткәрелә. Айырыуса йәй кеше өҙөлмәй, йәштәргә дуҫ-ише менән осрашып һөйләшеп ултырыр өсөн дә урын кәрәк.
Тәүәккәл ханым ауыл хакимиәтенең буш торған бинаһын һатып ала ла эшкә тотона. Белеүебеҙсә, Сәйетбабала башҡорт мәҙәни-тарихи үҙәге урынлашҡан. Ошо йәһәттән дә Нәзирә апай үҙенең тос өлөшөн индерә: бында милли аш-һыуға өҫтөнлөк бирелә.