“Йома вәғәзе” һәр кемгә барып етһен!09.08.2013
“Йома вәғәзе” һәр кемгә барып етһен!Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, күренекле ғалимдарыбыҙҙың береһе Зиннур Нурғәлин беҙҙе йәнә һөйөндөрҙө: уның Әбйәлил районындағы Ташбулат ауылы мәсетенә “Башҡортостан” гәзитенең “Йома” сығарылышын 10 дана яҙҙырғанын белдек.

Өҫтәүенә ғалимдың иҫәбенә йыл башынан ике йортта төп милли баҫмабыҙҙы уҡыйҙар. Шулай итеп, Ташбулатта “Башҡортостан” гәзитенең дуҫтары артҡандан-арта.
Бындағы мәсет — ауылдағы иң боронғо йорттарҙың береһе. Ул уҙған быуат башында йәмәғәтселек иҫәбенә төҙөлгән. Ауылға йәм һәм йән биреп ултырған иман йорто Совет йылдарында, манараһынан мәхрүм ителгән кеүек, таш ҡоймаһыҙ ҙа тороп ҡалған. Ошолай ул уҙған быуаттың 90-сы йылдарына ҡәҙәр ауыл клубы хеҙмәтен үтәгән, әммә мәҙәни мөйөшкә әүерелеп китә алмаған.
Бөгөн иһә тергеҙелгән иман йортонан ысын мәғәнәһендә рухи усаҡ йылыһы бөркөлөп тора. Аҙан уҡығанда ауылдың имам-хатибы Әхтәм хәҙрәт Ғарипов Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың “Башҡортостан” гәзитендә сығып килгән “Йома вәғәзе”ндәге “Ислам динендә һүҙҙең баһаһы ифрат юғары” тигән һүҙҙәрен ҙурлап иҫкә ала.
Әхтәм хәҙрәт менән һөйләшеүҙән Ташбулатҡа күрше ятҡан бер нисә ауылда мәсет булмауы асыҡланды. Шуға күрә гәзиттең бер нисә һанын улар менән бүлешеү хаҡ булыр тип уйлайҙар. Әхтәм хәҙрәттең фекеренсә, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың “Йома вәғәзе” һәр кемгә барып етергә тейеш. “Редакция ошондай рубрика асып бик дөрөҫ эшләгән”, — тип раҫлай ул.
Абруйлы ғалимыбыҙ Зиннур Әхмәҙи улының изге башланғысы — мәсеткә күпләп йөрөй башлаған ауылдаштарының күңелен, аң-зиһенен, хис-тойғоһон “Йома” һаны аша байытыуға ынтылышы — башҡа мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн күркәм өлгө.


Вернуться назад