Тултырманы эре малдың йөрәгенән, үпкә-бауырынан яһайҙар. Тултырыу өсөн һыйыр эсәге яҡшы. Уны һалҡын һыуҙа яҡшылап йыуғандан һуң, бер башын еп менән ныҡ итеп бәйләйҙәр һәм икенсе яғын әйләндерәләр.
Үпкә-бауырҙың тамырҙарын алып турағыҙ. Ит турағыс аша һуған ҡушып үткәрегеҙ ҙә тоҙ, борос һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Шулай уҡ бүрттерелгән дөгө ярмаһы ҡушып ебәргәндә лә була.
Әҙер эслекте осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар, сөнки бешкәндә ул тарая һәм ярылыуы ихтимал. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалалар. Өҫкә ҡалҡып сыҡҡас та, әйләндереп-әйләндереп, һытылмаһын өсөн 4-5 урындан нәҙек энә менән тишкеләйһең. Бер сәғәттә тултырма өлгөрә һәм уны табынға эҫе көйөнсә бирәләр.