Иң киң таралған йәшелсәнең береһе. Уны ғәҙәттә ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуялар. Кәбеҫтә тоҙлауҙың бер хикмәте лә юҡ кеүек, шулай ҙа тәҡдим ителгән ысулдарҙы белеү бер кемгә лә, бигерәк тә йәш хужабикәләргә ҡамасауламаҫ.
Боросло 10 кг кәбеҫтә, яртышар кг татлы ҡыҙыл, һары, йәшел борос, 150 г тоҙ, 3 литр ҡайнаған һыу алына.
Кәбеҫтәне, татлы боросто нәҙек кенә туҡмас итеп турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Укроп йәки әнис орлоғо өҫтәргә мөмкин. Тоҙлағас, өҫтөнә ауыр нәмә баҫтырып, һалҡында һаҡларға.
Кавказса 3,5 кг кәбеҫтә, ике-өс ҡыҙыл сөгөлдөр, япрағы һәм тамыры менән биш-алты петрушка, ике әсе борос, ун ҡарағат япрағы, 15-20 бөртөк ҡара борос, тоҙлоҡҡа өс литр самаһы һыу, 220 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне дүрт, әгәр ҙур булһа, һигеҙ өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып, таҙартып турарға.
Кәстрүл төбөнә күсәндән бүленгән кәбеҫтә япраҡтары, йәшел тәмләткестәр һалырға. Шулай ҡатлап тултырғас, иң өҫтә кәбеҫтә ҡала. Һыуға тоҙ, лавр япрағы, борос һалып ҡайнаталар ҙа, аҙ ғына һыуынғас, кәстрүлгә ҡоялар. Ауыр әйбер ҡаплап, ике-өс көн йылыла тотҡас, һалҡынға ултырталар. Бер аҙнанан кәбеҫтәне ашарға ярай.
Сәскәле Тоҙлау өсөн сәскәле кәбеҫтәнең көҙгө сорттары һәйбәт. Кәбеҫтәне айырым сәскәләргә бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойола. 10 кг кәбеҫтәгә 5,5 литр һыу, 10 г тоҙ, 400 г аш һеркәһе алына. ике аҙнанан кәбеҫтәне һалҡын урынға ҡуялар.