Йәшелсә бешереүҙең дә рәте бар09.08.2013
Йәшелсәне пластмасса таҡтала турау яҡшыраҡ, сөнки ағас таҡта уларҙың һутын һеңдерә.
Ҡайнап торған һыуға һалғанда витаминдары һәйбәтерәк һаҡлана.
Еҙ һауытта йәки тимер кәстрүлдә бешергәнгә ҡарағанда, йәшелсә өсөн эмаль йәки алюмин һауыттарҙы һайлау яҡшыраҡ — витаминдары нығыраҡ һаҡлана.
Йәшелсә өсөн ит турағысты файҙаланғансы, ҡырғыс ҡулланыу һәйбәтерәк.
Тоҙланған һыуҙа бешергәндә, йәшелсәнең туҡлыҡлы матдәләре күберәк һаҡлана, тәмлерәк тә була.
Ярмаланып торһон, тәмле булһын тиһәгеҙ, картуфты тоҙло һыуҙа һәм әкрен утта бешерегеҙ.
Әҙ генә сода өҫтәһәң, картуф кәтлиттәре ҡабарып торасаҡ.
Картуф бешергәндә кәстрүлгә әнис йәки бер бүлкә һарымһаҡ һалһаң, ул тәмлерәк була.