Ҡотлайбыҙ!09.08.2013
Тирә-яҡтың аһәңле бер балҡышында, күңелдәрҙең сафлыҡҡа төрөнгән көнөндә милләтебеҙ тағы бер ҡыҙ балаға артты. Хеҙмәттәшебеҙ Илдар Аҡъюлов менән уның тормош иптәше Розаның ғаиләһендә, балалары Зөһрә менән Шәүрәгә иш булып, өсөнсөгә ҡыҙҙары тыуҙы. Ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән уларҙы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхет, күңелегеҙ шатлыҡ менән һәр саҡ мөлдөрәмә тулы булыуын теләйбеҙ. Сабыйығыҙ ғаиләгеҙгә йәм өҫтәп, сәләмәт булып үҫһен, йортоғоҙ балаларығыҙҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон.
«Башҡортостан»дар.