Илебеҙгә тыныс тормош яулаған ҡаһармандарҙы халҡыбыҙ һис ҡасан онотмаясаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында утты-һыуҙы кискән, барлыҡ михнәттәрҙе күргән аҫыл ирҙәрҙең әле арабыҙҙа булыуы беҙҙең өсөн ҙур бәхет.
Һоҡландырғыс шәхестәрҙең береһе, Белорет районында йәшәүсе фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны Ильяс Хәнип улы Хәнипов быйыл көҙ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
Ильяс Хәнип улы, 1933 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, ике йыл 43-сө уҡсылар батальонында хеҙмәт итә. Фин һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән булып ил һаҡсылары сафына баҫа. Йәш саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн йыш татырға тура килә уға. Һынауҙар бының менән генә сикләнмәй. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Фин һуғышындағы ҡатмарлы шарттарға күнеп өлгөргән яугир булараҡ, Ильяс Хәниповты 1941 йылдың август айында ҡыҙыу алыштар барған фронтҡа оҙаталар.
Яуҙа һәр саҡ алғы сафта булып, биш тапҡыр ҡаты яралана. Иң ҡан ҡойошло бәрелештә — Сталинград өсөн һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡала. Батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп Будапештҡа тиклем барып етеү бәхете һәр кемгә лә эләкмәй. Ильяс олатай – ысын мәғәнәһендә илен бөтөн йөрәге менән яратыусы, уның киләсәге өсөн ғүмерен бирергә әҙер ҡаһарман яугир. Уның күкрәген биҙәгән “Батырлыҡ өсөн” миҙалы барыһына ла бирелмәй бит. Ватан һуғышы ордены ла илгә тоғро хеҙмәт итеүе хаҡында раҫлай.
100 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән көндәрҙә Ильяс Хәнип улы “Башҡортостан” гәзите булышлығында, һуңлабыраҡ булһа ла, “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы яңы фатирға сертификат алып ҡыуанды.