Ҡотлайбыҙ!09.08.2013
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Флүрә Муллайән ҡыҙы Ишбулдинаны күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ул баш ҡаланың 116-сы мәктәбен тамамлағандан һуң 75-се почта бүлексәһенә эшкә килә, 38 йыл буйы ошо тармаҡта фиҙакәр хеҙмәт итеп, оло абруй яулай. 15-се почта бүлексәһенә күскәненә лә байтаҡ. Яҡшы һүҙе, мөләйем йөҙө, изгелекле күңеле менән ул кешеләр араһында хөрмәт ҡаҙанды. Бихисап маҡтау грамотаһы, "Почта элемтәһе ветераны" исемен алыуы ла шул хаҡта һөйләй.
Тормош иптәше Риф Йәғәфәр улы менән почта тармағында эшләгәндә танышып, ғаилә ҡоралар. Күркәм ғаиләлә Гөлнара, Зарема, Эльмира, Әлиә исемле дүрт ҡыҙ үҫеп, ҡанат нығытты. Ҡәҙерле ейәне Асланды тәрбиәләшеүгә лә ваҡыт таба юбилярыбыҙ. Ғаиләһендә ул — уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, аҡыллы өләсәй.
Ҡәҙерле Флүрә Муллайән ҡыҙына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер, балаларының изгелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән Янғужиндар, Арыҫлановтар ғаиләләре.


Вернуться назад