Ҡотлайбыҙ!09.08.2013
Ҡотлайбыҙ!Бөгөн беҙҙең өсөн ифрат матур, күркәм байрам: ҡәҙерлеләребеҙ — Өфө ҡалаһы һылыуы Ирина Ирек ҡыҙы Ғәлиева менән Белорет районының Сермән ауылы егете Азамат Фәнил улы Исмәғилевтең законлы никах көнө.
Һөйөклөләребеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, ҡулға-ҡул тотоношоп үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!

Ҡотло булһын нигеҙ, ырыҫ ҡунһын,
Уй-теләктәр булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре —
Бала-саға — үҫһен бер итәк.

Туйҙар булһын тағы, күп-күп туйҙар —
Өй туйығыҙ, бәпес туйығыҙ.
Ҡыҙҙар биреп, улдар өйләндереп,
Килеп етһен алтын туйығыҙ.

Эй, ғүмерҙең ҡабатланмаҫ мәле —
Күпме сафлыҡ һеҙҙә, тоғролоҡ!
Ошо бер мәл ғүмер юлығыҙҙа
Булһын мәңге балҡып торорлоҡ!

Ҡотлау менән барлыҡ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ.


Вернуться назад