Бесәй тырнағы (манжетка)09.08.2013
Бесәй тырнағы (манжетка)Япраҡтары бөрмәле-ҡаймалы итәккә оҡшап торған был ҡупшы үләнде төрлөсә атап йөрөтәләр: бесәй күмәсе, бесәй борсағы, һиҙәп үлән... Бәлки, таныш булмаған башҡа атамалары ла барҙыр әле.

Үлән, сәскә атып бөтөүгә, һиҙәп (төймә) кеүек кенә орлоҡтар менән ҡаплана. Тиҫтерҙәр менән ошо түп-түңәрәк кенә йәшел “күмәс”тәрҙе кемуҙарҙан йыйып, услап ашай торғайныҡ. Баҡһаң, бик шәп дарыу үләне лә, аш-һыуҙа ла ҡулланыла икән ул! Ҡар ирер-иремәҫтән төрлө үлән ашай-ашай ауырыуҙарға бик бирешеп тә бармағанбыҙ.
Иртә яҙҙа бесәй күмәсе япраҡтарын ашҡа, турамаларға һалалар, башҡа йәшелсәгә ҡушып, төрлө тоҙлама ла әҙерләйҙәр.
Дарыу өсөн был үләнде сәскә атҡан ваҡытта йыйып киптерәләр. Унан эшләнгән дарыуҙарҙы һыуыҡ тейгәндә, бронхиттан яфаланғанда, эс киткәндә, танау ҡанағанда, бөйөр ауыртҡанда ҡулланалар, яраларҙы тиҙ уңалта, һөтө әҙ булған әсәләргә лә тәғәйенләйҙәр икән. Япрағынан әҙерләнгән сәйҙе даими эсеү ҡандағы холестериндың кәмеүенә килтерә тип һанайҙар. Шәкәр диабеты, бәүел юлдары, быума сире, һимереү – бесәй күмәсе бына ниндәй хәтәр ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә!
Сабыртмалар, быуын сығыуҙар, һеңер тартылыуҙар, шештәр, әҫпе – йәнә уны һөҙөмтәле ҡулланып була торған һәстәләр.

Бесәй тырнағы менән ҡаҡы ҡушылған өйрә

100 грамм бесәй тырнағы
100 грамм ҡаҡы
40 грамм тары йә башҡа ярма
Тәменсә тоҙ, борос, май
Ниндәй булһа ла ярманан бешерелгән өйрәгә әҙер булырға 10 минут ҡалғас, бесәй тырнағы менән ҡаҡының йәш һабаҡтарын турап һалабыҙ, тоҙ, май өҫтәйбеҙ, борослайбыҙ. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда бына тигән ризыҡ була ул.


Вернуться назад