Уңайлыһын һайла, тик мәхрүм ҡалма09.08.2013
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Йылдың икенсе яртыһынан "Башҡортостан" өсөн йәнә бер индекс (99802 – аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡаны, 6 айға яҙылыу хаҡы – 538 һум 26 тин) өҫтәлеүе осраҡлы килеп сыҡманы. Был халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә, һайлау мөмкинлеген арттырыуға туранан-тура бәйле. Дөйөм алғанда, бөгөнгә дүрт индексыбыҙ бар. "Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ" тигәндәй, һәр кем гәзитте хәленә ҡарап алдыра. Шул иғтибарға лайыҡ: баҫмабыҙҙың төп индексына (50600 – дүрт тапҡыр сыҡҡаны, хаҡы – 783 һум 12 тин) яҙылғандар республикабыҙҙа ғына түгел, тотош илдә, Ер шарында барған төрлө хәл-ваҡиғалар менән даими танышып бара. Уға өҫтөнлөк бирһәгеҙ, донъяуи хәбәрҙәрҙән бер ҡасан да айырылмаҫһығыҙ, сөнки "Йома"нан (индексы – 31805, хаҡы – 339 һум 66 тин), шулай уҡ башҡа айырым һандарҙан ғына мәғлүмәткә ихтыяжыңды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, ҡыҫҡаһы, барыһын да белеп бөтөү бер нисек тә мөмкин түгел. Шул да мәғлүм булһын: ойошма һәм предприятиелар өсөн индекс – 60740, хаҡы – 917 һум 76 тин. Иң осһоҙо – электрон версия. Уға яҙылыу алты айға ни бары 150 һумға төшә.
Әйткәндәй, “Башҡортостан”ға 1 сентябргә хәтлем генә 2014 йылдың тәүге яртыһына иҫке хаҡтар буйынса яҙылырға мөмкин.

Бергә ҡалдыҡ, бергә булайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад