Яңы йорттар — яңырыу билдәһе09.08.2013
Тирә-яғыбыҙҙа уңайлыҡтар тыуҙырыусы, матур-матур йорттар, зауыҡлы биналар һалыусы төҙөүселәр 11 августа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан уларҙың иң алдынғыларын Хөкүмәт йортонда тәбрикләнеләр.

Иллегә яҡын кешегә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләү тантанаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов үткәрҙе.
— Беҙҙә төҙөлөш өсөн ҙур инвестициялар йәлеп ителә. Тармаҡта даими яңырыу, үҙгәрештәр булып тора. Мөмкинлектәр ҙур, уны бөгөн республика предприятиеларында эшләгән профессиональ кадрҙар тәьмин итә, — тине ул.
Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, "Башҡортостан Промстройпроект" проектлау һәм конструкторлыҡ институты" дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Вил Хәсәнов "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе менән бүләкләнде. Вил Вәли улы әйтеүенсә, уларҙың институты әҙерләгән проект буйынса республикала бихисап ҙур сәнәғәт һәм социаль объекттар төҙөлгән. Улар араһында Өфө трансформатор заводы, Благовещен ҡалаһындағы "Полиэф", Республика клиник дауаханаһының хирургия комплексы һәм башҡалар бар.
Ике тиҫтәгә яҡын кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Уларҙың күпселеге — ябай слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, малярҙар, тракторсылар, ташсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре.
Башҡортостандың хеҙмәттә алдынғы төҙөүсе, архитектор һәм иҡтисадсыларына ла "атҡаҙанған" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының бойороғона ярашлы, алты кешегә "Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе" тигән күкрәккә таҡмалы билдә тапшырылды.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфит Мостафинға "Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе" тигән маҡтаулы исем бирелде. Фотоға төшкән арала уның менән аралашып алырға өлгөрҙөк.
— Тәтешле тарафтарында хәлдәр нисек? Төҙөлөш нисек бара?
— Бер көнгә лә туҡталмай беҙҙең эштәр. Август аҙағында район үҙәгендә ҙур, күркәм, бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырырға торабыҙ. Беҙҙең халыҡ уны түҙемһеҙләнеп көтә. Шулай уҡ әле үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһе менән район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт яһайбыҙ, — тине ул. — Шөкөр, районыбыҙ үҫә, йорттар күп төҙөлә. Оҙаҡламай баш ҡалалағыларҙан да һис ҡалышмай йәшәрбеҙ әле!


Вернуться назад