Туфан ҡалҡамы әллә?09.08.2013
Бер нисә йыл рәттән ҡышын ҡар яумауына, йәйҙең саманан тыш эҫе килеүенә, ҡоролоҡҡа зарлана инек, һуңғы осорҙа тәбиғәт беҙҙе өҙлөкһөҙ яуым һәм ташҡындар менән хәүефкә һала башланы.

Кешегә ярауы ауыр: йылы ла, һыуыҡ та килешмәй. Бәлки, шөкөр итә белһәк, сабырыраҡ булһаҡ, Аллаһ ундай уҡ ауыр һынауҙар ҡуймаҫ ине алдыбыҙға. Бөгөн һәр кемебеҙҙән күңелдә тыныслыҡ һаҡлау, рәхмәтле була белеү, үҙ-ара татыулыҡты нығытыу мөһимлеген аңлау талап ителә, күрәһең.
Башҡортостан халҡының ярҙамсыллығын быйыл яҙ Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫҡанда бик асыҡ тойғайныҡ. Әле бына Амур өлкәһендәге ташҡындан зыян күреүселәрҙе ҡотҡарырға тип республикабыҙҙан өс тиҫтәнән ашыу белгес юлға сыҡҡан. Улар һыу аҫтында ҡалған ауылдарҙа йәшәүселәрҙе хәүефһеҙ урынға күсерергә, аҙыҡ-түлек ташырға һәм башҡа йәһәттән ярҙам итәсәк. Мәғлүм булыуынса, Амур өлкәһе ике аҙнанан ашыу инде ғәҙәттән тыш хәл шарттарында йәшәй. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында, һыу ҡалҡып быуалар йырылыу сәбәпле, унда 600-ҙән ашыу торлаҡ йорт, 750 самаһы ихата, шулай уҡ автомобиль юлдары, күперҙәр зыян күргән. Яҡынса баһаланыуынса, матди юғалтыу күләме 500 миллион һумдан ашҡан.
Бындай афәт беҙгә лә янамаҫ, тимә. Ҡайһы бер райондарҙа көслө ямғырҙың ауыл хужалығы культураларын ҡырып һалыуы, күптәрҙең бесәне юҡҡа сығыуы кеүек күренештәр шундай һығымта яһарға мәжбүр итә. Шулай ҙа беҙ дөрөҫ юлда: башҡаларға ярҙамлашыу — киләсәккә ҡарап йәшәүҙең бер сағылышы ул. Туфан һыуы ҡалҡһа ла (Хоҙай һаҡлаһын!), беҙҙең кәмә хәстәрләнгән.


Вернуться назад