Тауар бар, ихтыяж юҡ...09.08.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала биотехнологияларҙы үҫтереү һәм уларҙы ауыл хужалығында файҙаланыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда билдәләнеүенсә, был мәсьәлә төбәк етәкселеге өсөн бик мөһим.

Быйыл Башҡортостанда биотехнологик инжиниринг үҙәген булдырыу өсөн федераль бюджеттан 50 миллион һумдан ашыу аҡса алыу планлаштырыла.
— Беҙҙә биотехнологиялар өлкәһендә эшләгән һәм тауар етештергән бер нисә предприятие бар. Улар иҫәбенә үҫемлектәрҙе һаҡлаусы препараттар, биоашламалар, малсылыҡ өсөн дарыуҙар, мал аҙығы ҡатнашмалары етештереүселәр һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереүселәр инә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент фекеренсә, тармаҡты үҫтереү мөһим. Был йүнәлештә, әлбиттә, эш бара, ләкин проблемалар ҙа юҡ түгел. Ул финанслауға ғына ҡағылмай, эште ойоштороу, белгестәр эҙләү, республикала ошо йүнәлештә шөғөлләнгән предприятиеларҙы бергә туплау йәһәтенән дә уйланырға кәрәк. Ауыл хужалығы етештереүселәре яғынан бындай тауарҙарға ихтыяж булмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра.
Рөстәм Хәмитов мәсьәләне хәл итеү юлы булараҡ бер нисә тәҡдим индерҙе. Улар араһында биотехнологияларҙы файҙаланыусылар өсөн льготалар булдырыу, уларҙы һатып алыуҙың бер өлөшөн субсидиялау ҙа бар. Президент эште яҡшыртыу өсөн республиканың Ауыл хужалығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлыҡтарына бергәләп эшләргә ҡушты.


Вернуться назад