Инвестициялар ярҙам итәсәк09.08.2013
Мәскәүҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Транснефть” АК” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Николай Токарев менән осрашыуы булды.
Унда 2014–2018 йылдарға Башҡортостан биләмәһендә “Транснефть” системаһы предприятиеларын үҫтереү программаһы, республиканың быйылғы бюджетына һалым түләү буйынса иҫәптәрҙең торошо һәм 2015 йылға тиклемге осорға ниәттәр, “Транснефть” акционерҙар компанияһының Башҡортостандағы хәйриә программаларында ҡатнашыуы, шулай уҡ башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Осрашыуҙан һуң журналистар менән әңгәмә барышында Николай Токарев: “Транснефть” вәкилдәре республика етәкселеге менән берсә Мәскәүҙә, берсә Өфөлә даими осрашып тора”, — тип билдәләне.
— Беҙҙең һөйләшеү һәр саҡ аныҡ, эшлекле бара. Бөгөн дә шулай булды. Беҙ хеҙмәттәшлектең финанс йүнәлешен тикшерҙек, улар тулыһынса өмөтлө, тип иҫәпләйем, сөнки “Транснефть” Башҡортостандағы хәйриә сараларында, социаль программаларҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Был шулай уҡ инвестиция программаһына — алдағы биш йылда үҙебеҙҙең объекттарҙы капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау программаһына — ҡағыла. Әлеге эшкә 38 миллиард һум самаһы аҡса тотоноласаҡ, — тине “Транснефть” етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов, “Транснефть” компанияһы бүлендек йәмғиәттәренең республика Хөкүмәтенә ҡараған миноритар акциялар пакетын һатыу буйынса килешеү тамамланды, тип өҫтәне. Был килешеү һөҙөмтәһендә байтаҡ килем алынған, ул 12,5 миллиард һум тәшкил итә. Бынан тыш, алдағы биш йылға йылына 500-әр миллион һумлыҡ хәйриә программаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләшеп килешелде. Был күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә, атап әйткәндә, бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡын күтәрергә, социаль объекттар төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙә ундай объекттар етерлек, уларҙың бөтәһе лә республиканың адреслы инвестиция программаһында ҡаралған. 2013 йылды һәйбәт финанс һөҙөмтәләре менән тамамлауға иҫәп тотола. Республика Президенты килешеүҙе ярайһы уҡ тиҙ төҙөгәне, был пакеттар өсөн юғары хаҡ билдәләгәне өсөн Николай Токаревҡа рәхмәт белдерҙе.