Республика башлығы тәбрикләүе09.08.2013
Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Ураҙа ғәйете менән ҡотланы.

“Байрам изге ураҙаның төп ҡанундарын — рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡҡа һәм мәрхәмәтлеккә, яҡындарың тураһында хәстәрлеккә ынтылыуҙы — сағылдыра. Был ҡиммәттәр төрлө дин тотҡан һәммә кешегә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы, беҙҙең күп конфессиялы төбәктә тыныслыҡ һәм килешеп йәшәү нигеҙе булып хеҙмәт итә. Асылда ул Өфөлә Рәсәй исламының рәсми үҙәген — быйыл көҙ 225 йыллығын билдәләйәсәк Үҙәк диниә назаратын — асыу тураһында ҡарар сығарыуға булышлыҡ иткән.
Исламдағы бай дини-әхлаҡи ҡеүәткә бөгөн талап ҙур. Республиканың мосолмандар өммәте изге эштәре, дини-мәғрифәт эшмәкәрлеге менән йәмғиәттең рухи яңырыуына, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға әүҙем өлөш индерә”, — тиелә республика етәксеһе ҡотлауында.

P.S. Искал в магазинах конструктор лего ниндзя, не нашел. Пришел домой, открыл интернет и нашел на сайте constructors.com.ua


Вернуться назад