Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын09.08.2013
Пар ҡанаттарығыҙ талмаһынШаҡтай йылдар дауамында, журналист "ҡамытын" кейеп, тормош арбаһында бормалы-бормалы юлдар үткәндә хатта йыраҡ илдәргә, күҙ күрмәгән ерҙәргә сәфәр ҡылырға насип булды. Яңы геройҙарымды эҙләп, әлбиттә. Кемдәр менән генә осраштырманы юлдар!

Осрашыу сәғәттәре мине Бәләбәй төбәгенә — данлыҡлы Тоҙлоҡуш ауылына — алып килде. Йырҙарҙа йырланған Өҫән йылғаһы күперен сыҡҡас, тәрән уйға сумдым. Ә бит ҡасандыр был ауылда Башҡортостандың халыҡ комиссары Ғимаҙ Йәһүҙиндың, донъяға танылған атаҡлы ғалим, Ленин премияһы лауреаты Кев Салиховтың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәдхиә Әхмәтйәнованың, тарих фәндәре докторы, профессор Хәмзә Усмановтың, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы, Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының маҡтаулы хеҙмәткәре Риф Ғәзизовтың, данлыҡлы журналист Рифҡәт Усмановтың һәм башҡа бик күп шәхестең яҡты эҙҙәре ҡалған. Тоҙлоҡушта элегерәк билдәле шағир Камил Фазлыйҙың (Фазлетдинов) йортонда ла булырға тура килгәйне...
Хоҙай Тәғәлә насип иткәс, шаҡтай ғына йыл үткәндән һуң, йәнә уларҙың йортон эҙләп табып, ғаиләһе, бөгөнгө тормош-көнкүреше менән танышыу бәхете тейҙе. Ғәҙәттәгесә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Камил ағайҙың ҡапҡаһы ла, күңеле лә асыҡ. Ҡоласын йәйеп ҡаршы алды ул. Хуш күңелле Рәсимә ханымдың йөҙөнән нур, йөрөшөнән ут сәселә тиерһең. Камил Фазлыйҙың тап ошо шиғыр юлдары юҡҡа ғына ижад ителмәгәндер:
...Иллелә ут өйөрмәйҙәр,
Йөрөй кеше саҡ ҡына.
Һиндәй ҡанатланып осмай —
Аҙымдары ваҡ була...
Матур, пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәй Фазлетдиновтар. Ишле мал тотоп, еләк-емеш, йәшелсә баҡсаһы тәрбиәләп, аллы-гөллө сәскәләр үҫтереп мәж киләләр. Гараждарында "тимер ат"тары ажғырып тора. Теләһәләр "Жигули"ҙа йә "УАЗ" йөк машинаһында көнөнә Өфөнө йә Ишембайҙы әйләнеп ҡайталар. Эйе, балаларға, туғандарға барғанда йөк машинаһы бик тә ярап ҡала, сөнки уға күберәк тейәп була торғандыр. Шаяртам, әлбиттә...

Тормошта ла "бишле"гә йәшәп була!

БДУ-ла бергә уҡыған йылдар күптән артта ҡалды. Йылғыр Камил тыуған ауылына диплом менән бергә кәләшен алып, үҙенә оҡшаған малайын күтәреп ҡайтып инә. Башта уҡытыусы булып эшләй, һуңынан тиҫтә йыллап директор вазифаһын башҡара. "Мәғариф алдынғыһы" исеменә лайыҡ була. Тырыш, инициативалы мәктәп етәксеһен ҡалаға ла эшкә саҡыралар, тик үҙен ауыл тормошонан башҡа күҙ алдына килтерә алмаған Рәсимә был тәҡдимде кире ҡаға. Хәбәрҙе ҡолаҡ осона элеп алған шуҡ малайҙар Илдус менән Илдар ҙа: "Ҡаланың таш түшәменә ҡарап ятып, шиғыр яҙып булмаҫ, ауылда ғына йәшәйек", — тиешкән.
Һәр һөнәрҙең шишмә башы уҡытыусының изге ғәмәле менән бәйле. Шул уҡ космонавт та, атаҡлы ғалим да, президент та бейек үрҙәргә, оло тормош юлына мәктәп, төрлө уҡыу йорттарының тупһалары аша атлай бит. Ә тынғыһыҙ уҡытыусының хеҙмәте бер эш көнө менән генә баһаланмай... Уның күп яҡлы хеҙмәтенең һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылдан һуң, уҡыусылары тормошта үҙ урындарын тапҡас, матур уңыштарға өлгәшкәс кенә асыҡ күренә.
Дәрестәр, дәрестәр... Ғәҙел, талапсан мөғәллимдәрҙә белем алған уҡыусылар бөгөн дә остаздарын яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Камил Нәжми улының һөйләүенә ҡарағанда, уға тәүҙә Бәләбәй районының Баймырҙа, һуңынан тыуған ауылы Тоҙлоҡуш мәктәптәрендә эшләгәндә бөтә фәндәрҙән дә уҡытырға тура килгән. Юмор һәм сатира оҫтаһының ысынбарлыҡты бер аҙ ҡабартып, уйын-көлкөгә бороуы һис ғәжәп түгел. "БДУ-ла уҡып, татар һәм урыҫ телдәре буйынса белгес таныҡлығын алдым. Уҡыуҙың кәрәге лә булмаған, сөнки районға ҡайтҡандан бирле сит телдән уҡыттым, — тип шаярта ул. — Урыҫлашып барған мәктәпте теш-тырнағым менән немецлаштырып бөттөм, ахырыһы".
Уҡытыусы һәм шағир-сатириктың ижадына ваҡыт-ваҡыт ҡараш ташлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов былай тип яҙып сыҡҡайны: "Камил Фазлый, Бәләбәй районындағы Тоҙлоҡуш мәктәбенең класс бүлмәһенә бикләнеп, түшәмдән төшкәнде көтөп ултырмай. Ул тормоштоң үҙәгендә замандаштары менән аралашып йәшәй, уларҙың уй-кисерештәрен, хәсрәттәрен, ҡайғыларын, хәстәрҙәрен яҡшы тоя. Шуға күрәлер ҙә шиғыр сюжеттары, темалар уның үҙен эҙләй, үткер ҡәләме осона эләгер өсөн сиратҡа баҫҡан, хатта шул сиратҡа алдан уҡ яҙылып ҡуя кеүек".
Сатирикка айырыуса уҡытыусылар, мәктәп тормошо яҡын. Изге һөнәр кешеләренең хәҙерге иҡтисади үҙгәрештәр заманында ауыр хәлдә ҡалыуы шағир йөрәген ныҡ борсой. Әйтергә теләгән фекерҙе уҡыусыға еткереү өсөн автор әсе көлөүен дә ҡыҙғанмай, ихлас йылмайыуға ла йомарт:
Уҡытыусы уҡыусыға:
— Юҡмы ни, — ти, — дәфтәрең?
Көн дә онотоп йөрөйһөң,
Күрмәйһең һис хәстәрен.
Тәртибеңә "ике" ҡуям.
Һөҙөмтәһен күреп тор.
"Икеле"не ҡуйыр өсөн
Ҡәләмеңде биреп тор!
Үҙенән-үҙе ошондай һорау тыуа: "Гел йылмайып торған, шиғри күңелле уҡытыусы уҡыусыларын нисек тыңлата алған да улар нисек олимпиадаларҙа еңеү яулаған?.." Муйынына бер үк ваҡытта әллә нисәмә "ҡамыт кейгән" — директор, уҡытыусы, шағир йөгөн тартҡан — Камил Фазлетдинов тураһында Рәсимә ханым нимә уйланы икән? Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, ул иң тәүҙә уҡыу кабинетын йыһазлауға, төрлө стендтар эшләүгә ҙур иғтибар бирә. Мәктәп музейын асыу өсөн янып йөрөү, тарихи әһәмиәткә эйә булған материалдар туплау, әйберҙәр йыйыу — барыһы ла уҡытыусы елкәһендә булды. Уҡыусыларҙа әсә теленә тәрән мөхәббәт тәрбиәләүҙә лә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ижад түңәрәктәрен ойоштороу, стена һәм район гәзиттәренә мәҡәләләр яҙырға йүнәлеш биреү — былар барыһы ла уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.
Уҡыусылары төрлө юғары уҡыу йортон һайланы, ә ҡайһы берәүҙәре, аспирантура тамамлап, үҙҙәре вузда уҡыта. Редакцияларҙағы төрлө вазифала эшләүсе билдәле журналистар ҙа бар. Тимәк, уҡытыусы үҙ һөнәренә ҡарата оло мөхәббәт тәрбиәләй алған.
Бөтә күңелен балаларға биргән уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. РСФСР, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары, "Халыҡ мәғарифы отличнигы" билдәһе менән бүләкләнеүе Рәсимә Нурғәли ҡыҙын яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй.
Ә 1997 йылда тәжрибәле, юғары категориялы педагог "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә эйә була. Ете йылдан һуң был дәрәжәле исем уның тормош иптәше Камил Нәжми улына ла бирелә. Бер ғаиләлә — ике атҡаҙанған уҡытыусы. Улар менән ғорурланырға ғына ҡала.

Ижадҡа майҙан ауылда ла тар түгел

Берәү әйтмешләй, бөтә танылған шәхестәрҙең, ҙур талант эйәләренең башланғысы ауыл менән бәйле. Улай ғына ла түгел, ҡайһы берәүҙәрҙең тыуған төйәге йәшәү, ижад итеү урынына әүерелә. Бик йыраҡ китәһе лә түгел: заманында күренекле яҙыусылар Михаил Шолохов, Виктор Астафьев та ауыл ерендә йәшәп, үҙҙәрен мәңгелек данға күмгән үлмәҫ әҫәрҙәр ижад иткән. Беҙҙең геройыбыҙ, яҙыусы Камил Фазлый ҙа "Илһам шишмәләре" төбәгенән. Ошо исем менән был яҡтарҙа шиғриәт фестиваленең йыл һайын шаулап-гөрләп үтеүе лә юҡҡа түгелдер, моғайын. Камил Фазлетдинов мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ ижадҡа йөҙ тота. Уның "Тырыш пионер" исемле тәүге мәҡәләһе 1963 йылда "Башҡортостан пионеры" гәзитендә донъя күрә. Йылдар үтеү менән йәш хәбәрсе республикабыҙҙың башҡа гәзит-журналдарын да байҡап ала. Уларҙа шиғырҙары, юморескалары баҫылып сыға.
— Шағирлыҡ ене миңә тыумыштан ҡағылған, — тип шаярта Камил Нәжми улы. — Өнәмәгәнем — сатира һәм юмор өлкәһе. Шул һәләт арҡаһында ғүмер буйы көлкөгә ҡалып йәшә инде! Урамға сыҡһам — күрше-күлән, ҡалаһына барһам, урам халҡы мине күреү менән ауыҙ йыра. Уңайһыҙланып өҫ-башымды ҡаҡҡылап ҡуйған булам. Берәүһе хәлемде аңланы, ахырыһы: "Һин Камил Фазлый бит. Үпкәләмә, үҙеңде күреү менән әҫәрҙәреңдәге геройҙар күҙ алдыма килеп баҫты. Шуға күрә йылмаймай булдыра алмайым", — тине.
Яҙыусы, баш ҡаланан йыраҡ йәшәһә лә, Өфөгә килеү әмәлен табып торҙо. Әлбиттә, шағирҙар менән осрашырға тырышты. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән дуҫ ине. Оло әҙиптең фатихаһынан бер нисә һөйләм генә килтерге килә:
"...Шиғырҙарҙың барыһы ла Камилдыҡы, барыһы ла Камилса, мөләйем йылмайып торалар. Уларҙы уҡып, йылмайып ҡына фәһем алаһың. Әлеге уҫал заманда йылмайта торған һүҙҙәр ҙә кәрәк бит әҙәм балаһына. "Һаҡаллы сабый" китабын ҡарап сыҡҡандан һуң тыуған изге фекерем ошо. Ә бына фатихаға килгәндә, Камил уны күптән үҙенең тәбиғи таланты менән яулап алды. Ул — башҡаларға теләк теләр дәрәжәлә өлгөргән шағир".
Оло әҙипкә ҡушылып, тағы ни генә әйтәһең инде. Хәйер, талантлы шағир, юмор оҫтаһы, прозаик, уҡытыусы хаҡында үҙ ваҡытында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, күренекле сатирик шағирҙар Марсель Сәлимов, Рәдиф Тимершин, танылған әҙип Раил Байбулатов, профессор, шағир Риф Әхмәҙиев һәм башҡалар матбуғатта йөкмәткеле мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Һәммәһе фәһемле фекерҙәрен әйтте, матур теләктәрен белдерҙе. Биш китап, йырҙар авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Камил Фазлетдиновтың ижады халыҡсан булыуы ла билдәләп үтелде. Әҙиптең ижады лайыҡлы баһаланды ла. Ул — Тамара Максимова, Фәтих Кәрим, Рифҡәт Усманов, Динис Бүләков, Рөстәм Заманов исемендәге премиялар лауреаты.

Шиғриәткә тартылған ғаилә

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рәсимә ханым заманында үҙе лә, балалары Илдус менән Илдар ҙа мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалдарға тамамлаған. Фазлетдиновтарҙың дүртеһе лә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алған. Камил көндөҙөн фән үрҙәренә ынтылһа, төндәрен эштә була — янғын һүндерә, ҡайһы саҡ шиғыр яҙғылай.
Йылдар үтеү менән шиғырҙарҙан, юмористик хикәйәләрҙән тыш, "Таныш булайыҡ, улым!", "Ҡыҙ бала", "Тыуған ауыл" исемле поэмалар ҙа ижад итә. Һуңғы поэмаһында ғүмер буйы йәшәгән ауылына, уңған, тынғыһыҙ яҡташтарына дан йырлай. Уның поэзияһы ла халыҡ күңелендә лайыҡлы урынын тапты.
"Камил көтөү көтөргә сыбыртҡыһыҙ сыҡһа сығыр, әммә блокнот менән ҡәләмһеҙ бармаҫ", — ти ауылдаштары.
Фазлетдиновтарҙың улдары Илдус Башҡорт дәүләт университетында белем алғандан һуң кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, ике фәнни һәм "Һуңғы шүрәле" исемле әҙәби китаптар авторы. "Толпар" журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләү өҫтөнә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, доцент. Шиғыр, хикәйәләр яҙа.
Кинйә улдары Илдар, Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, аспирантурала уҡый. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәт юлын "Өмет" гәзите редакцияһында башлай. Унан һуң яҙмышын "Кызыл таң" гәзите менән бәйләй. Бөгөн ул иҡтисад һәм сәйәсәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Шәһит Хоҙайбирҙин, Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты.
Эйе, Фазлетдиновтар ғаиләләре менән матбуғатҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ, нескә күңелле, хисле заттар. Ә рухиәтте өҫтөн күргән, бөтә яҡлап та камил булған Камил Нәжми улы ижадта ла, ғаиләлә лә бәхетле.


Вернуться назад